Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров вуз-ара кампусты ҡарап сыҡты, уның беренсе сиратын төҙөү декабрь аҙағында тамамланды. Министрҙар кабинеты башлығы юғары уҡыу йорттары, профилле ведомстволар вәкилдәре, индустриаль партнерҙар һәм архитекторҙар менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Графикҡа ярашлы, кампуста Өфө дәүләт нефть техник университетының, Өфө фән һәм технологиялар университетының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының ғилми лабораториялары, «Берлога» киберфизика инновациялары оҫтаханаһы, «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге уҡыусылары өсөн лаборатория ҡорамалдарын монтажлау бара, ҡуртымға алыусыларҙың майҙансыҡтары төҙөкләндерелә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар мультимедиалы ҡорамалдарҙың эшләй башлауын һәм кампустың ике сираты башняларына исемдәре биреләсәк ғалимдарҙың виртуаль моделдәрен эшләп бөтөүҙе тикшерҙе. Әҙерләнеп ятҡан роликтарҙы һәм фильмды вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын рәсми асыу тантанаһында күрһәтәсәктәр. Премьер-министр эске эштә
Андрей Назаров вуз-ара кампустың әҙерлеген тикшерҙе
20 января 202420 янв 2024
1 мин