Найти тему
Башҡортостан гәзите

Проектыбыҙ еңһен!

Ятып ҡалғансы, атып ҡал тип, Сиҙәм ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары инициативалы бюджетлау проектына үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итеп, мөмкинлектәрен һынап ҡарарға булды. Биш команда, мәктәп ихтыяждарын иҫәпкә алып, ҙур тырышлыҡ менән үҙҙәренең проекттарын әҙерләргә тотондо. Уҡыусыларға был үҙаллылыҡ оҡшап ҡалды: бик әүҙем фекер алыштылар, бәхәсләштеләр һәм, ниһайәт, проекттар әҙер булды. Бөтәһенең дә эштәре ҡыҙыҡлы, ентекле уйланылған, бай йөкмәткеле ине: “Яңы техника менән – яңы белемгә”, “Комфорт зонаһы”, “Лингафонлы кабинет”, “Тәҙрәләргә яңы һулыш”, “Милли костюм”. Тауыш биреү барышында 11-се класс уҡыусыларына уңыш йылмайҙы – күпселек тауыш менән улар әҙерләгән “Яңы техника менән –яңы белемгә” проекты еңде. Мәктәбебеҙҙә компьютерҙар аҙ, уларының да иҫке булыуы тейешле кимәлдә белем алырға ҡамасаулай, шуға ла улар ошо проблеманы хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Проекттарының еңеүе 11-се класс уҡыусыларына тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәне. Улар идеяларын артабан үҫтереп, документтар менән дәлилләп, проекттарын дәррәү генә конкурсҡа әҙерләне. Бөгөн уҡыусылар башланғысына нигеҙләнгән республика инициативалы бюджетлау программаһына проект документтарын әҙерләү буйынса эш тамам. Хәҙер конкурстың һөҙөмтәләрен генә көтәһе ҡалды. Беҙ хыялыбыҙ тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.Гөлфиә Ғәлиәкбәрова,Сиҙәм урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.Әбйәлил районы.