Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хыялы табип булыу уның

Айлинаға бала сағынан тырышлыҡ, уңғанлыҡ, маҡсат ҡуйып алға ынтылыу кеүек сифаттар хас. Быға уның бәләкәстән табип булыу тигән уй-маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында белем алыуы асыҡ дәлил. Н. Мәжитов исемендәге Красноусол гимназия-интернатын яҡшы билдәләргә генә тамамлаған ҡыҙ бер нисә уҡыу йортона документтар тапшыра. Өфө дәүләт нефть техник унивеситетына ла уҡырға инә. Әле ул – Башҡорт дәүләт медицина университетының VI курс студенткаһы. Былтыр йәй ул Красноусол үҙәк район дауаханаһында практика ла үткәйне. Тағы Айлина сит телдәр өйрәнергә ярата. Мәҫәлән, инглиз, немец телдәрендә баҫылған төрлө китаптарҙы уҡырға әүәҫ. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Уңған ҡыҙ шулай үҙен төрлө йәһәттән һынарға күнеккән. Спорт менән дә дуҫ, хатта бокс секцияһына йөрөгән ҡыҙ ул. Скейтбордта елдерергә ярата. Йөҙөргә әүәҫ, шуға бассейнға даими бара. Тренажер залына йөрөй. Машинаға бына тигән идара итә. Йыр-моңға ғашиҡ. Бынан тыш, уға төрлө милли аштарыбыҙҙы бешереү оҡшай. Туған уҡыу йортонда барған төрлө сараларҙан да ситтә ҡалмай. Айлина Әбделмәноваға яратҡан һөнәре буйынса диплом алып, уңышлы эшләүен теләйбеҙ! Фотолар: Айлина Әбделмәнованың шәхси архивынан.