Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан халҡы республиканы экстремизмдан һаҡлауҙа Радий Хәбировҡа тулы ышаныс белдерҙе

20 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Дүртөйлө районы халҡы менән аралашты. Улар республика етәкселегенә экстремистар менән көрәштә тулы ышаныс күрһәтте. - Был бөтәбеҙгә лә ҡағыла. Беҙ ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ, әммә төрлө милләт кешеләре берҙәм булып тупланған. Һәм ниндәйҙер көстәр, бер өйөм экстремистар, берҙәмлегебеҙҙе, дуҫ коллективыбыҙҙы юҡҡа сығарырға теләһә, уларҙы тамырынан юҡ итергә кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ. Был мәсьәләлә һеҙҙе тулыһынса хуплайбыҙ һәм беҙҙә бындай күренештәр бөтөнләй булмаҫ, тип ышанабыҙ, - тине кешеләр. - Һуңғы ваҡиғаларҙы һыҙланыу һәм әрнеү менән күҙәтәбеҙ. Радий Хәбиров бының өсөн рәхмәт белдерҙе. - Был хәл йылдар буйына күперҙе. Мин «Башҡорт» ойошмаһының (2020 йылдың 22 майында Башҡортостандың Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылған, уның эшмәкәрлеге Рәсәй биләмәһендә тыйылған) ҡайһы бер етәкселәрен үҙ ваҡытында өгөтләнем, уларға: «Мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнергә теләһәгеҙ, әйҙәгеҙ быны бергәләп эшләйек», - тинем. Ләкин уларға бөтөнләй башҡа нәмә кәрәк ине. Улар, асылда, экстремизм менән шөғөлләнде, 2020 йылда был ойошманы экстремистик тип танынылар. Бынан һуң да улар ризалашманы. Бер төркөм кешеләр бар, уларҙың икәүһе - сит илдә: береһе - Канадала, икенсеһе - Балтик буйында. Һәм улар унан Башҡортостандың Рәсәйҙән айырылыуына саҡыра, ә яңыраҡ ҡораллы бәрелештәр башлар өсөн партизан отрядтары ойошторорға саҡыра башланылар. Был – һуңғы тамсы. Бындай хәлгә бер ҡасан да түҙеп тормаҫбыҙ, ҡаты эш итербеҙ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре һәр саҡ тыныс йәшәне, бөгөн беҙҙең Тыуған илде лә берҙәм яҡлай, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. - Республикала йәштәргә нимә барғанын аңлатырға кәрәк. Баймаҡтағы хәлде киҫкенләштергән кешеләрҙең кем икәнлеген алдан асыҡлап аңлатмауыбыҙ насар, - тине Радий Хәбиров. - Хәҙер һөйләйәсәкбеҙ. Был һүҙҙе һирәк ҡулланам, ләкин сит илдәрҙән хәлде ҡырҡыулаштырырға маташыусылар ысынында иһә хыянатсы. Төбәк етәксеһе рөхсәтһеҙ акцияла ҡатнашыусыларҙы нимә көтөүе хаҡында ла һөйләне. - Улар менән хоҡуҡ һаҡлаусылар шөғөлләнә. Һәм был уларҙың буласаҡ карьераһына сик ҡуясаҡ. Экстремистик статья йәки рөхсәт ителмәгән сараларҙа ҡатнашҡан өсөн йәлеп ителгәндәр икән, уларҙың бер ниндәй ҙә киләсәге юҡ, тип иҫәпләгеҙ. Быны ла аңлатырға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. - Был - барыбыҙ өсөн дә ҙур һабаҡ. Бындай сир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар. Мәғлүмәт киңлегендә етди ҡаршылыҡтар тыуҙырыла. Әммә һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, тип иҫәпләйем. Республика Башлығы булараҡ, минең эшем - һеҙҙе ошо экстремистарҙан һаҡлауҙы тәьмин итеү. Һәм бында беҙгә хоҡуҡ һаҡлау органдары тулыһынса булышлыҡ итә. Иң мөһиме - йәмғиәт ышаныс белдерә. Башҡортостанда кешеләрҙең ғәҙеллек тойғоһо нескә. Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Был этапты тыныс үтербеҙ. Ҡайһы саҡта беҙ абынабыҙ, ләкин бер ҡасан да йығылмайбыҙ һәм бирешмәйбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа бер республикала йәшәйбеҙ, бер-беребеҙҙе ишетергә һәм аңларға, уртаҡ тел эҙләргә тейешбеҙ. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/174229.html