Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Батыр улдар тәрбиәләгән ата-әсәләр улар

Бөгөн, 20 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Дүртөйлө районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Рөстәм Тимерғәлиев, Рәнис Шәйехов һәм Фәнзил Ғәлимйәновтың ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға улдарының хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. – Балаларығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Улар – ысын геройҙар, үҙҙәренең бурысын аҙағынаса үтәне. Һеҙ улар менән ғорурлана алаһығыҙ. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә Республика кардиология үҙәгендә реабилитация һәм дауаланыу курсын үтергә тәҡдим итергә ҡарар иттек. Күп ата-әсәләр был тәҡдим менән файҙаланды ла инде. Һәр ғаилә шәхсән иғтибарым аҫтында, республика Башлығы Хакимиәтендә улар менән тотош идаралыҡ шөғөлләнә. Һәм, әлбиттә, һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күреү – муниципалитет башлыҡтарының да төп бурысы. Улар шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә тейеш. Ә яугирҙәребеҙҙең балаларын бөтә республика менән күтәрәсәкбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды булдырылды, тип хәтергә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы. Уның филиалы республикала ла эшләй. Дүртөйлө районы буйынса фондтың социаль координаторы Гүзәл Рәшитова осрашыу ваҡытында МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештә эшләүе һәм уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, был аҙнала Дүртөйлөлә фондтың Башҡортостан буйынса төбәк филиалының «Ярҙам поезы» эшләне. Хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн күсмә консультацияларҙы 20-нән ашыу белгес – юристар, медицина хеҙмәткәрҙәре, психологтар, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре үткәрҙе. Сығанаҡ: glavarb.ru