Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һәләк булған яугирҙең туғандары яңылыш икенсе берәүҙең кәүҙәһен ерләгән

“Е1.ру” баҫмаһы яҙыуынса, Екатеринбургта махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙең туғандарына икенсе хәрбиҙең кәүҙәһен ҡайтарғандар. Яңылышлыҡ матәм һәм ерләү мәшәҡәттәре тамамланып, бер нисә көн үткәс, билдәле булған. Екатеринбург егете Иван өлөшләтә мобилизация сиктәрендә МХО-ға юлланған була. Ул үҙен батыр яугир итеп таныта: бер төркөм украин диверсанттарын асыҡлап, уларҙы юҡ итеүҙә ҡатнаша һәм ошо батырлығы өсөн бүләкләнә. Был хаҡта хатта федераль каналда ла һөйләйҙәр. Тик, үкенескә ҡаршы, күп тә үтмәй Иван һәләк була. Яугирҙе 3 ғинуарҙа тыуған төйәгенә алып ҡайталар. Әммә дүрт көндән хәрби комиссариаттан шылтыратып, яңылышлыҡ китеүе, Иван урынына туғандары башҡа кешене ерләүе тураһында хәбәр итәләр. Шулай итеп, яугирҙең туғандарына 15 ғинуарҙа Иванды яңынан ерләргә тура килә. Свердловск өлкәһенән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Максим Иванов “Е1.ру” баҫмаһына интервьюһында был төбәктә теркәлгән беренсе ошондай осраҡ, тип белдерә. “Беҙ хәрби прокуратураға хәрби комиссариат

“Е1.ру” баҫмаһы яҙыуынса, Екатеринбургта махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙең туғандарына икенсе хәрбиҙең кәүҙәһен ҡайтарғандар. Яңылышлыҡ матәм һәм ерләү мәшәҡәттәре тамамланып, бер нисә көн үткәс, билдәле булған. Екатеринбург егете Иван өлөшләтә мобилизация сиктәрендә МХО-ға юлланған була. Ул үҙен батыр яугир итеп таныта: бер төркөм украин диверсанттарын асыҡлап, уларҙы юҡ итеүҙә ҡатнаша һәм ошо батырлығы өсөн бүләкләнә. Был хаҡта хатта федераль каналда ла һөйләйҙәр. Тик, үкенескә ҡаршы, күп тә үтмәй Иван һәләк була. Яугирҙе 3 ғинуарҙа тыуған төйәгенә алып ҡайталар. Әммә дүрт көндән хәрби комиссариаттан шылтыратып, яңылышлыҡ китеүе, Иван урынына туғандары башҡа кешене ерләүе тураһында хәбәр итәләр. Шулай итеп, яугирҙең туғандарына 15 ғинуарҙа Иванды яңынан ерләргә тура килә. Свердловск өлкәһенән РФ Дәүләт Думаһы депутаты Максим Иванов “Е1.ру” баҫмаһына интервьюһында был төбәктә теркәлгән беренсе ошондай осраҡ, тип белдерә. “Беҙ хәрби прокуратураға хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре ни өсөн мәйетте яҡшылап тикшермәүҙәрен асыҡлау үтенесе менән запрос әҙерләйбеҙ”, - тигән депутат. Бындай хәлдәр башҡаса булмаһын, илебеҙгә һәм донъяға именлек килһен, яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк һәм имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тигән теләктә булайыҡ! Фото: “Беренче канал”дағы видеонан скриншот. Сығанаҡ: “Е1.ру” баҫмаһы.