Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикала 683 биләмә төҙөкләндерелгән

Һуңғы биш йылда Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты буйынса 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Бының өсөн республикаға федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Былтыр ғына Башҡортостанда 36 парк һәм сквер, туғыҙ яр буйы, 16 майҙан, 18 йәйәүлеләр зонаһы һәм аллеяһы һәм башҡа төрлө 44 йәмәғәт биләмәһе яңыртылған. Мәҫәлән, Өфөлә Аксаков исемендәге баҡса яңы төҫ алған. Хәҙер унда төрлө йәштәге кешеләр буш ваҡытын ҡыҙыҡлы итеп уҙғара ала. Бында тарихи аллея, скейт-майҙансыҡ, йәйге амфитеатр, әҙәби ҡунаҡхана, балалар уйын майҙансығы, асыҡ китапхана бар. Шул уҡ ваҡытта паркта элекке ағастар ҙа, быуа ла һаҡлап алып ҡалынды, һыу ятҡылығы сүп-сарҙан һәм ылымыҡтарҙан таҙартылды, паркка ингән урындағы арка төҙөкләндерелде. Салауатта федераль проект буйынса Салауат Юлаев бульвары яңыртылды. Бында йәйәүлеләр юлы һалынды, балалар өсөн эко-стилдә заманса уйын майҙансығы ҡуйылды, күләгәле япмалар барлыҡҡа килде. Кисен аллея ретро-гирляндалар менән яҡтыртыла, был бульварҙы тағы ла матурыраҡ һәм күркәмерәк итә. Нефтекамала «Мираҫ» картиналар галереяһы алдындағы паркты төҙөкләндерҙеләр. Ҡала халҡына ғаилә менән ял итеү өсөн бик яҡшы урын барлыҡҡа килде. Паркта йәйәү йөрөү, балалар өсөн уйын биләмәләре, бәүелсәктәр, эскәмйәләр, спорт майҙансығы бар. Экстрим яратыусыларға памп-трек – соҡорҙар һәм түңгәктәр аша һалынған махсус велосипед трассаһы ныҡ оҡшаны. Быйыл Башҡортостанда дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумға торошло йәнә 123 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү планлаштырыла. Белеүебеҙсә, «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Фото: resbash.ru