Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һуғышҡа ҡатын-ҡыҙ ҡарашы: блиндажда йәшәгән дүрт көн

Красный Луч ҡалаһы һәм уның эргәһендәге район-ҡасабаларҙы ҡабул итә торған медицина нөктәһе берәү генә бында. Икенсеһе – бала табыу йорто. Асылда, хәрби операцияға тиклем дә был төбәктә медицина, иҡтисад һәм башҡа өлкәләргә тейешле иҡтибар булмаған. Ҡалалар аша үтәһең: боронғо киоскылар, иҫке йорттар, элекке магазиндар, ҡаралмаған мәҙәниәт һарайҙары һ.б. Үҙеңде 80-се йылдарға килеп сыҡҡан һымаҡ итеп тояһың. Табиптарға мохтажлыҡ ҙур Поликлиника менән дауахана бер бинала урынлашҡан. Башҡортостандан килгән табиптар ҙа ошонда эшләй һәм шунда уҡ йәшәй ҙә. Бөгөн бында республикабыҙҙан төрлө йүнәлештәге тиҫтәгә яҡын доктор хеҙмәт итә. Табиптар әйтеүенсә, эш күп, сөнки халыҡтың 70 проценты бөтөнләй медицина ярҙамы алмаған. Прививкалар эшләнмәгән, ауырыуҙар иҫәпкә тормаған, диагноздар ҡуйылмаған һәм хатта бер тапҡыр ҙа медицина тикшереүе үтмәгән, анализдар бирмәгән, педиатр күрмәгән участкалар бар икән. Рафаэль Зәкирйән улы Хәкимов – Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһынан килгән врач-офтальмолог. – Йәшермәйем: башта килеп эш башлағанда аҙыраҡ юғалып ҡалдыҡ, сөнки беҙҙәге компьютерлаштырыу тураһында бында һүҙ ҙә юҡ, – тип һөйләй табип. – Үҙебеҙҙең аппараттарҙы алып килдек. Башта һәр сирле менән айырым һөйләшеү алып барырға тура килә. Дөрөҫөн әйткәндә, ауырыуын һәм сәбәптәрен асыҡлау өсөн уның бөтә тормошон һорашаһың. Билдәләнмәгән, үҙе белмәгән яҡтар ҙа асыла. Ҡан баҫымын, күҙ төптәрен тикшереп, күҙәтеү аҫтында тотоп, кәрәк икән Луганскиға, Краснодар өлкәһенә, Башҡортостанға, Мәскәүгә дауаланырға, операция яһатырға ебәрәбеҙ. Тағы ла шуныһы: бында бушлай медицина юҡ. Ә беҙ түләүһеҙ ҡабул итәбеҙ һәм операцияларға ла квота юллайбыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостанда операция яһатҡандар бик ҡәнәғәт ҡайта, таныштарын ебәрә. Ауырыуҙарҙан бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетәбеҙ. Рафаэль Зәкирйән улы әйтеүенсә, ул бында офтальмолог ҡына түгел, психолог ролен дә үтәй, сөнки хәүеф янаған шарттарҙа йәшәгән һәм тынысһыҙлыҡтан миктәгән халыҡ үҙ ғүмерендә бер тапҡыр тигәндәй күргән табип менән ниндәй темаға ла һөйләшергә теләй. Бигерәк тә Рәсәй табибы менән. – Бынан тыш, беҙгә хәрбиҙәр ҙә килә. Ваҡыты-ваҡыты менән Башҡортостан полктарына сығып обходтар яһайбыҙ. Күҙ ауырыуҙарына ғына түгел, башҡа сирҙәргә лә иғтибар итәбеҙ, яраларҙы, вирус эҙемтәләрен дә күҙ уңына алабыҙ. Барыһынан да бигерәк, үҙебеҙҙең егеттәр менән аралашып, уларға хәстәрлек күрһәтеп ҡайтабыҙ. Рафаэль Зәкирйән улы Украина ерендә инде ярты йылдан ашыу. Ул бында үҙ теләге менән килгән. Ҡайтып, дүрт балаһының һәм йәмәғәтенең хәлен белеп, артабан да ошонда хеҙмәтен дауам итмәксе. Табиптарҙың фекеренсә, кешеләр хәрби операция биләмәһендә кем генә булып хеҙмәт иткән хәлдә лә үҙгәрәсәк, тормошҡа ҡарашы, донъяны ҡабул итеүе икенсерәк буласаҡ, ә иң мөһиме – улар иң ҡиммәте ғүмер икәнде аңлаясаҡ, ти. “Потому, что мы – шахтёров племя” Воеводовка ауылы махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк ут аҫтында ҡала. Тирә-йүндә хәлдәр нисек кенә көсөргәнешле булмаһын, халыҡ барыбер ҙә тота килеп һуғыш башланыр тип уйламайҙыр инде. Хаҡлы ялдағы Валентина Захаровна Гриневская ла ҡаланан килгән алты һәм ун йәшлек ейәндәре менән магазинға сыҡҡан була. Ҡайтып килгәндәрендә шартлауҙар башлана һәм ҡырҙан уҡ өйҙәре өҫтөнә бомба төшөүен аңғаралар. Килеп етеүҙәренә йорттоң башы бөтөнләй юҡ, эргә-тирәлә – янғын. – Шул хәтлем шаңҡыным, ахыры, ҡайҙалыр ҡасыу теләге лә, ҡурҡыу ҙа юҡ, урамыма инеп, йәйге кухня тупһаһына ултырҙым да көйрәп ятҡан өйөмә ҡарап ҡатып ҡалдым. Ике яҡтан ике бала аптырап баҫып тора. Шул саҡ урамға ҡораллы кеше килеп инде. Миңә нимәлер тип өндәште шикелле, тик һөйләшергә телем әйләнмәй. Ул ихатаны бер ураны ла сығып китте, мин һаман шул килеш ултырып ҡалдым. Аҙаҡ асыҡланыуынса, шул әҙәм ике өй аша йәшәгән әхирәтемде атып киткән, ул, бахыр, сарбаулап ҡаршы сыҡҡандыр инде. Ә беҙҙе шул шаңҡып ултырып ҡалыу ғына ҡотҡарған, күрәһең. Ошонда, йорт алдарында, халыҡты ғаиләләре менән ҡырып һалып киттеләр, йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы көсләү, ҡайҙалыр тейәп алып китеүҙәр ҙә ишетелде... Валентина Захаровна ейәндәрен алып, ҡаса-боҫа көс-хәл менән өс саҡрым алыҫлыҡтағы бункерға барып еткән һәм шунда өс ай йәшеренеп ятҡан. Бөгөн ауыл халҡы емерелгән хужалыҡтарын тергеҙеп маташа. Шулай ҙа ауыл-ҡалаларҙы ҡапыл ғына күтәрерлек йәштәр юҡ кимәлендә. Күберәк ололар ҡалған бында. Инәй әйтмешләй, ирҙәр ҡайһыныһы ҡайһы яҡта йөрөп, һәләк булып бөткән, бәғзеләре әле лә яуҙа. Күп ғаиләләр күсеп киткән йә тыныс яҡтағы туғандарына ваҡытлыса йәшәргә юлланған. Валентина Захаровна китмәгән һәм аҙаҡҡаса ошонда булмаҡсы. – Ауылды бомбаға тотоу һәм тере ҡалғандарҙы ҡырып йөрөү – ул фашистлыҡ. Атайым һәм уның өс ағаһы Бөйөк Ватан һуғышында фашистарға ҡаршы һуғышҡан. Беҙҙең ата-бабалар ошо ерҙәрҙе шул дошмандарҙан таҙартыу өсөн һәләк булған һәм мин дә ейәндәремә был яуызлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа кәрәклекте һеңдереп үҫтерәм. Беҙ – бит гөрләп эшләп йәшәй торған көслө халыҡ. Хәтерләйһегеҙме, беҙҙең шундай гимн бар: Луганчане, мы народ горячий, Луганчане, нам нельзя иначе! Потому что мы – шахтёров племя, Не теряем золотое время! Оло инәйҙең илай-илай йырлағанын тыңлап, күҙгә йәш тулды. Унан ул ҡапыл ғына үҙ һорауына күсте: – Һеҙ ҡайҙан? Ниндәй милләт? – Башҡортостан Республикаһы. Башҡорттар. – Ә-ә! Бында бит беҙҙең урман тулы башҡорттар! Беҙ өлкән ейәнем менән ҡапҡа ултырта алмай аҙапланып йөрөгәндә, бер төркөм хәрбиҙәр килеп сығып, ҡапҡа ҡуйышып китте. Улар ҙа башҡорттарбыҙ тине. Хушлашҡанда инәй хас беҙҙең башҡорт өләсәйҙәре һымаҡ изге теләктәрен теләп, һәр егеттең үҙ яғына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын юрап ҡалды. Бында ҡурҡыу оят түгел... Психолог Манул һөйләшеүҙе шулай башланы. Ҡасаба халҡы менән осрашып, һөйләшеп йөрөп, өшөп-туңып, уның реабилитация үҙәгенә йылынырға ингәйнек. Өшөп-туңып, сөнки йылыла әңгәмәләшергә саҡырған кеше булманы һәм беҙгә өйҙәргә инеү ҙә, һый-фәлән ҡабул итеү ҙә, хатта һыу эсеү ҙә тыйыла ине. Шуға күрә ҡар ҡатыш ямғыр аҫтында, әсе елдә телефон тотҡан ҡулдар ҡаҙ тәпәйендәй булып ҡыҙарғансы түҙҙек тә, ошо ауылда бер ташландыҡ йортто беҙҙең һалдаттар өсөн реабилитация үҙәге иткәндәрен белеп, шунда юлландыҡ. Барып тапҡан йортобоҙ шаҡтай шәп кенә ине. Тик ихата яғы бикле, гараж яғынан индереп, ер аҫтынараҡ алып төшкәндәй булдылар. Был берәүҙәрҙең подвалы ине. Бында йылы, яҡты, таҙа. Һалдаттар дауалана торған бүлмәгә үткәрмәнеләр, әммә аш бешергән яҡта психолог менән ултырып әңгәмәләшеү, улай ғына ла түгел Рафаэль Хәтмулла улының ашы менән туйынып, үлән сәйе эсеү бәхете лә тейҙе. – Һуғыш тураһында белеү – бер, уны күреү бөтөнләй икенсе нәмә, – тип һөйләй табип. – Бында кем үҙен нисек тоторон алдан күҙаллай алмай. Бигерәк тә әҙерлекһеҙҙәр, хәрби юл үтмәгәндәр. Стресс та, туҡтауһыҙ хәүеф тойғоһо кисереү ҙә кешегә кире йоғонто яһай. Йоҡоһоҙлоҡ, баш ауыртыу, ҡыҙыулыҡ, сабырһыҙланыу башлана. Кемдәрҙер ҡурҡыуын еңә алмай аҙаплана. Бында ҡурҡыу оят түгел. Үлем менән йәнәш йөрөгән ир-егеттәрҙе шундай хистәр биләп алыуы ла бар. Психологик ярҙам хеҙмәте шуның өсөн дә булдырылған. Кемдер үҙе ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, икенселәрҙең хәлен командирҙары йә иптәштәре аңғара, шулай уҡ хәрби операциялар ваҡытында ла психолог ярҙамына мохтаж яугирҙәр асыҡлана. Һөйләшәбеҙ, аралашабыҙ, аңлатабыҙ, тыңлайбыҙ. Берәүҙәргә медицина ярҙамы бирелә, икенселәргә психолог әңгәмәһе лә етә, өсөнсөләргә ошонда дауалау курстары үткәреп алабыҙ. Һуғыш – ул ҡурҡыныс нәмә. Әммә шуны белгәндә лә кешеләр һуғыша һәм һуғышҡа бара. Башҡаларҙың үлемен, ҡанын, ғәрипләнеүен күрһә лә бара. Бының өсөн йәки үтә батыр, йәки аҡылһыҙ булырға кәрәк. Тик психолог Манул әйтеүенсә, бында беҙҙең беренсе фекер ҙә, икенсеһе лә сәбәпсе түгел. Кешелә яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Нисек кенә аптырарлыҡ булмаһын – бына шулай икән. Тыуған ил, атай-әсәй, ғаилә, балалар өсөн яуаплылыҡ тойғоһо күп ир-егеттәрҙә ҡурҡыуҙан күпкә көслөрәк. Хатта эргәһендәге иптәшенең һәләк булыуын күргәндә лә, кеше үҙен үлем алыуға ышанмай, ти. Шуның өсөн дә улар һуғышҡа бара, шуның өсөн дә ҡабат-ҡабат яуға инә, яраланғандан һуң да, реабилитациянан һуң да алғы һыҙыҡҡа ынтыла. Йәғни, хәүеф үтә ҙур булғанда һаҡланыу инстинктын, ҡурҡыуҙы юя торған бер феномен бар икән. Был минең үҙем өсөн дә яңы уй-фекер булды. Ҡунаҡсыл блиндаж Урмандағы ер аҫты ауылын барып тапҡас, тәүге көндө штабта үткәрҙек. Командирҙар менән таныштыҡ, ниндәй бүлектәрҙе ҡайҙан эҙләргә икәнде белештек, бергәләп эш пландарын төҙөнөк, яугирҙәр менән аралашып та өлгөрҙөк. Ҡайҙалыр барып килергә кәрәк булһа, ер аҫтындағы бер баҙҙан сығаһың да тиҙ генә икенсе соҡорға төшөп китәһең. Аҫҡа киткән юлда ишек, ишекте асып инһәң, унда бәҙрәф тә, йыуыныу бүлмәһе лә, кер йыуыу урыны ла бар. Ҡайһыларында – электр уты, ҡайһыларында – шәм. Быларҙың барыһы ла, әйтәүемсә, ер аҫтында. Аңлауыбыҙса, ошо штабта төндө үткәрергә тейеш инек, тик бер мәл ике-өс кеше килеп инде. Олораҡтар ине. “Афғандар” төркөмө тинеләр. Был ир-егеттәр, “ағайҙар” тип әйтергә лә була инде, “Ҡуйығыҙсәле, нишләп ҡунаҡтарҙы штабта йоҡлатырға, ти, ошо йәштәр рәт беләме”, тип шелтәләп, беҙҙе йыйындырып алып сығып та китте. Күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыла, ҡарурманда, ҡышҡы юлдан ниндәйҙер хәрби техникаға ултырып елдерҙек. Бер ни тиклем ваҡыттан ҡайҙалыр туҡтаныҡ та, фонарь яҡтыһы аҫтында ғына барып, тағы ер аҫтына төшөп киттек. Һәм уйламаҫтан яҡты ғына йылы землянкаға килеп индек. – Ҡунаҡтар апҡайттым, живо ғына сәй ҡуйығыҙ, – тип бойорҙо беҙҙе эйәрткән взвод командиры Баграм. Эстәгеләр аҙыраҡ ҡаушап, ә инде мине күргәс, бөтөнләй аптырап китте. Шулай ҙа ҡабатлап әйттермәнеләр, кемеһе ашығып кейенә, икенсеһе нимәнелер йыя, өсөнсөһө мейес яға, дүртенсеһе сәй ҡуя башланы. “Афғансы” миңә иң төптәге үҙ урынын бирҙе, “чеченец” Вәдүт Ғәйфулла улы үҙ урындығын бушатты. Беҙҙе урынлаштырып бөттөләр ҙә ағас һикегә табын теҙҙеләр. Консерва банкаларындағы быҡтырылған ит, колбаса, кәнфит, печенье, бал да бар ине. Шулай итеп, Баграм, Топаз, Гурзуф, Йыртҡыс, Филимон һәм беҙ ике журналист – йәғни “Апай” менән “Бык” танышып-аралашып, сәй эсергә ултырҙыҡ. Урман эсендәге, ер аҫтындағы блиндажды күҙ алдына килтерәһегеҙме икән? Бында дымлы, тупраҡ еҫе аңҡып тора, өйрәнеп киткәнсе тын алыуы ауыр. Сысҡан еҫе лә тойола, төндә ҡайҙалыр түбә япмаһы аҫтындамы тауыштары ла сығып ҡала, әммә ике бесәй уяу, бер “дошман”ға ла эскә үтергә бирмәй. Әйткәндәй, командир үҙе генә лә эргә-тирә ауыл-ҡалаларҙан 18 бесәй алып ҡайтып, егеттәргә тараттым, ти. Беҙ оҙон юлдан һәм күп аралашыуҙан арыған хәбәрселәр яттыҡ, командир төнө буйы тимер мейесте яҡты, йүткереүселәргә үлән төнәтеп бирҙе, дарыуҙар тәҡдим итте, һалдаттарын уятып ҡарауылға сығарҙы, йөрөп тикшереп килде, рация аша нимәләрҙер тыңланы, яуап бирҙе һәм шуларҙың араһында тоноҡ шәм яҡтыһында... китап уҡыны. Халыҡҡа ҡыҫынҡылыҡ тыуҙырһаҡ та, был ҡунаҡсыл блиндажда бер дүрт көн йәшәп ташланыҡ. “Ярай, бөгөн штабта ҡалырбыҙ инде” тип китәбеҙ ҙә, көнө буйы йөрөгәндән һуң, командир кискә тағы ла эҙләп табып, ҡоҙалап алып ҡайта. Уңайһыҙланһаҡ та, баш тарта алмайбыҙ. Ә инде уңайһыҙланыу тигәндән, миңә беренсе көндә үк әйтеп ҡуйҙылар: “Бында ҡатын-ҡыҙ икәнеңде онот. Ҡайҙан урын бирәләр – шунда ятып йоҡла, нимә ашаталар – аша, ҡаты һүҙгә үпкәләмә.” Шулай ҙа иң яҡшы урынды биреп, иң тәмлене ашатып, бер ҙә генә үпкәләтмәй оҙаттылар. Хатта ҡайҙандыр өйрәк табып, өлөш бешереп һыйланылар әле. Ҡайҙа ла йола тотоу фарыз, тине командир Баграм. Авторы - Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА. Дауамы буласаҡ.