20 ғинуарҙа Дүртөйлөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сауҙагәр Зубиловтың йортон ҡараны. Ике ҡатлы бина Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан һәм мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Дүртөйлө ҡалаһы сауҙагәр Василий Яковлевич Зубилов йорто янында креатив биләмә булдырыу башланғысы менән «Мәҙәниәт» милли проектының «Рәсәйҙә уйлап табылған» федераль конкурсында еңеп сыҡты. Биләмәне яңыртыу планын «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты әҙерләгән. Атап әйткәндә, яңы майҙансыҡта художестволы тәжрибәләр үҙәген, музей һәм сувенирҙар магазинын урынлаштырыу, шулай уҡ күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар зонаһын, концерттар һәм фудкорт өсөн сәхнә менән амфитеатр ойоштороу күҙаллана. Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов әйтеүенсә, концепцияны һәм эш планын әҙерләү проектты артабан тормошҡа ашырыу өсөн финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, муниципалитет планында - «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһында ҡатнашыу. Был башланғысты Дүртөйлө халҡы ла хуплаған. Улар 2024 йылда тауыш биреүгә индереү өсөн креатив биләмә проектын һайланы. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/174246.html
Сауҙагәр Зубилов йорто янын төҙөкләндерергә уйлайҙар
20 января 202420 янв 2024
1
1 мин