Ейәнсура районының Ишемғол ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары “Мәктәп инициативалы бюджетлауы” программаһына ярашлы үткәрелгән конкурста ҡатнаша. 9 ғинуарҙа Уҡыусылар советында мәктәптәге белем биреү мөхитен уңайлыраҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған биш проект һайлап алынған. Улар: - “Мәктәптә музыкаль-үҫеш мөхитен булдырыу” – 9-сы кластың проекты (етәксеһе Р.В. Ҡотлогилдина, капитан Р. Түләбаева); - "Көслө һәм сәләмәт булып үҫәбеҙ" – тренажер залы – 8-се кластың проекты (етәксеһе Л.И. Бакирова, капитан А. Ғөбәйҙуллин); - “Воркаут майҙансығы – һаулыҡ биләмәһе” – 9-сы класс (етәксеһе М.Д. Латипова, капитан Д. Гайсин); - “Интерактив панель менән уҡыйбыҙ” – 10-сы класс, (етәксеһе В.Ю. Бакирова, капитан А. Абдулманов); - “Спорт майҙансығын төҙөкләндереү, йүгереү юлын яҡшыртыу” – 11-се класс (етәксеһе В.Ю. Бакирова, капитан Р. Мусина). “Балалар проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡын иҫәпләп сығарҙы, мәғлүмәт һәм агитация кампаниялары әҙерләне, мәктәп коллективы алдында үҙ проекттарын я