Ейәнсәре менән өй алдындағы балалар майҙансығына сыҡҡан мөләйем йөҙлө, матур, алсаҡ апайҙы йыш күрәм. Танышып, яҙмышын яҡынданыраҡ белгәс, уның гел һағышлы ҡараған күҙҙәренең сере асылды... ...Нефть институтында уҡығанда ҡыҙ зәңгәр күҙле, етен сәсле рус егетенә ғашиҡ була. Ул да Зиләгә битараф түгеллеген күрһәтә: дәрестән һуң көтөп тора, оҙата бара, туңдырма менән һыйлай. Тик йәштәр бер-береһен оҡшатыуы хаҡында һөйләшергә ҡыймай. Уҡыуҙы тамамлағас, егет үҙ яғына – Силәбе өлкәһенә ҡайтып китә, ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Өфө заводтарының береһенә эшкә ебәрәләр. Шулай йыл үтә. Зилә бер көн эш сменаһын тамамлап сыҡһа, тышта... ҡып-ҡыҙыл раузаларҙан гөлләмә һәм ҙур торт тотҡан Сергей тора. Ул һүҙҙе ҡыҫҡа тота: “Мин һине алырға килдем, һинән башҡа йәшәй алмағанымды аңланым”. Тик ҡыҙҙың ҡапыл ғына ризалыҡ бирерлек мөмкинлеге булмай шул... “Яратам, бергә булырға теләйем, тик һинең менән китә алмайым. Әсәйем оло, мин – берҙән-бер ҡыҙы. Әйҙә, һин бында кил, эш тә табылыр”, – тип егетте үҙенә саҡыра Зилә. Сергей уйға ҡала. Шулай итеп, завод ҡапҡаһы төбөндәге осрашыуҙа ике ғашиҡтың яҙмышы хәл ителә. Зилә егеттең бында туҡтарлыҡ урыны булмағанын белгәнлектән, тура үҙҙәренә алып ҡайта. Тик... әсәһе шундуҡ ҡырт киҫә: ”Затыбыҙҙы рисуай итеп, урыҫ эйәртеп йөрөйһөң — минән фатиха көтмә!..” Аптырауҙа ҡалған ҡыҙы, улай икән, үҙем уға эйәреп китәм, тигәс кенә уйға ҡала әсәһе... Шулай, ике яҡтың да оло быуынынан инәлеп тигәндәй рөхсәт алып, улар бергә йәшәй башлай. Сергей заводҡа эшкә урынлаша, йәштәр менән туй кеүек тантана үткәрелә. Тик был байрамда ике яҡтан да ата-әсәләр ҡатнашмай... Туғыҙ айҙан, күңелде ҡаплаған шәүләне таратып, ҡыҙҙары тыуа. Тормош яйланып китер төҫлө тойола йәштәргә. Тик ҡәйнәнең кейәүен күрә алмауы көсәйгәндән-көсәйә. Уның менән бер өҫтәл артына ултырып ашамай, яйы сыҡҡан һайын ризаһыҙлығын күрһәтә, тора-бара холҡо тағы нығыраҡ аҙа, тиргәнә, ҡарғана... Кейәү бахыр көнөндә йәшәй, шулай ҙа түҙә, өндәшмәй. Зилә иһә үҙен ике ут араһында ҡалған кеүек хис итеп өҙгөләнә. Бер мәл ғаиләлә ҙур боролош яһарлыҡ ваҡиға була: Зилә сабыйы менән дауаханаға эләгә, шул көндә үк ҡәйнә кеше эштән ҡайтҡан кейәүенә ишек асмай. Ирҙең түҙемлеге шул мәлдә шартлап һынғандыр, күрәһең, ул ҡатынына, дауахананан сыҡҡас, мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя: йәшәргә беҙҙең яҡҡа китәбеҙ! Зилә баҙап ҡала. “Ҡабаланма, уйлайыҡ әле”, – тип тынысландырмаҡсы итә. ”Күп уйландым һәм ҡарар ҡабул иттем. Бараһыңмы-юҡмы?”– тип өҙә һорай ире. Зиләнең әсәһен яңғыҙ ҡалдырып китмәйәсәген аңлағас, ”Хуш, мин бында бер көн дә ҡала алмайым!” – тип, йыйынып, ишеккә йүнәлә. Инде арыу уҡ иҫ белә башлаған, атаһын эштән гел ҡыуанып ҡаршы алған ҡыҙ баланың, ниндәйҙер яманлыҡ булғанын аңлап, үкһеп илап, “Атай!..” тип үҙәк өҙгөс итеп ҡысҡырып артынан йүгереүе лә тәьҫир итмәй иргә... Өләсәй ҙә бер мәлгә шымтайып ҡала, эстән генә, кире ҡайтһа ярар ине, тип теләй. Был турала ул аҙаҡ, үлем түшәгендә ятҡанында ғына әйтергә ҡыя һәм тормошон боҙған өсөн ҡыҙынан бәхиллек һорай. ”Ейәнсәремдең шул саҡта йөрәк өҙгөс итеп ҡысҡырыуы ғүмер буйы ҡолағымда яңғырап торҙо. Кейәүҙе рәнйетеп, өсөгөҙҙө лә бәхетһеҙ иткәнемде шул мәлдә аңлап, гел ғазапланып йәшәнем. Кисер мине, балам", – был үлем түшәгенә ятҡан әсәнең һуңғы һүҙҙәре була. Сергей бер нисә йыл Зиләне саҡырып-саҡырып ҡарай ҙа үҙ милләтенән булған ҡатынға өйләнә. Бүтәнсә уны борсомай, ҡыҙына иһә әленән-әле аҡса ебәреп тора. Ә Зилә, һоратыусылар булһа ла, кире ҡаға, шулай ғүмерлеккә яңғыҙ ҡала. Сергейҙы онота алмай. Хәҙер иһә ҡыҙының ғаиләһен ҡарашып, шуларҙан йыуаныс табып йәшәп ятҡан көнө... Автор фотоһы.