Мәскәүҙә уҙған “Атайсал – Рәсәй көсө” Бөтә Рәсәй муниципаль форумында Владимир Путин ҡала мөхитен үҫтереү өлкәһендә иң яҡшы проекттарҙы билдәләүсе конкурстың 2030 йылға тиклем оҙайтылыуы хаҡында хәбәр итте. Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына индерелгән. – Күп эштәр башҡарылды, башҡараһы эштәр байтаҡ. Әммә күп кенә яҡшы, файҙалы башланғыстар уңайлы ҡала мөхитен булдырыусы иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсы арҡаһында әҙерләнде. Уны 2030 йылға тиклем оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән дә инде, – тине Владимир Путин. Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары һәм тарихи биләмәләре тәүге тапҡыр 2019 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өсөн иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнашты. 2019 йылдан конкурста республика тәҡдим иткән 29 проект еңеп сыҡты. Уларҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан йәлеп ителгән аҡсаның дөйөм күләме 2 миллиард 480 миллион һум тәшки