Сираттағы конкурсантыбыҙ – Фирүзә Яҡшығолова. Ул Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеттың Өфө филиалы студенты. Әле 3-сө курста белем ала. Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән рухлы ҡыҙ үҫмер сағында ата-әсәһе менән Өфөгә күсеп килеп төпләнә. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын уңышлы тамамлағас, Финанс университетына уҡырға инә. Ҡыҙ бәләкәй саҡтан инглиз теле менән ҡыҙыҡһына. Был уны АҠШ-ҡа тиклем алып барып еткерә. Ул "FLARE" (Future Leaders in Astronautics Research and Exploration) йыһанды өйрәнеү буйынса буласаҡ лидерҙар алмашыу программаһы финалисы. Программа барышында Фирүзә төрлө илдәрҙән килгән йәштәштәре менән АҠШ Ракета-космос үҙәгендә һәм Хантсвилл штатының Алабама университеты биләмәһендә төрлө ғилми семинарҙарҙа һәм форумдарҙа ҡатнаша. Бынан тыш Фирүзә ACCESS. “English Access Microscholarship Program” программаһы буйынса ла белем алған. Унда ҡыҙ ике йыл дауамында педагогтар һәм телде йөрөтөүселәр менән инглиз телен өйрәнгән. Унда төрлө социаль әһәмиәтле, экологик, ирекмәндәр проекттарында ҡатнаша, проект эшмәкәрлегендә күп кеше алдында сығыш яһарға өйрәнә. Фирүзә бик күп ғилми статьялар авторы ла, ул әүҙем рәүештә фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, төрлө кимәл олимпиадалар еңеүсеһе. Ҡыҙ ижадҡа ла ваҡыт таба. Алты йәшенән бейеү менән шөғөлләнә, Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбендәге хореография студияһына барып элеккәндән бирле ташлағаны юҡ. 7-се кластан Өфөләге "Гүзәл-Дэнс" ансамблендә бейей. Республика кимәлендәге төрлө ҙур сараларҙа сығыш яһайҙар, сит өлкәләргә лә сығалар. Ул сәйәхәт итергә ярата. Ата-әсәһе менән республиканың һәм илдең төрлө матур мөйөштәренә йөрөргә ярата. Үҙе сит илдәрҙә – Америкала, Әрмәнстанда булып ҡайтҡан. Бөгөн Фирүзә университетта яҡшы ғына уҡып йөрөй, гел “биш”кә өлгәшә, юғары стипендия ала. Заман технологияларын үҙләштереп, интернетта эшләргә лә ваҡыт таба. Артабан да ошолай маҡсатлы, уңышлы бул, Фирүзә! Фотолар герройҙың архивынан.