Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Аҡъярҙа ла матур парк барлыҡҡа килде

18 ғинуарҙа Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылында мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Уны 2023 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерә башланылар. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яңыртылған парктың халыҡты йәлеп итеү урынына әүерелеүен һөйләне. Бында заманса спорт һәм балалар майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа килде. Бынан тыш, яңы ҡойма һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыусы яҡтыртыу системаһы ҡуйылды. 2024 йылда паркта тротуарҙар һалынасаҡ, сәхнә алдында парковка һәм майҙансыҡ ҡороласаҡ, арт-объекттар һәм видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ. Төбәк етәксеһе яңыртылған йәмәғәт киңлеген ҡараны һәм башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы. – Тәү сиратта беҙ ҡалаларҙа тәртип урынлаштырҙыҡ – Башҡортостандың һәр ҡалаһында тиерлек ҡунаҡ урамдарҙы һәм үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Район үҙәктәренә аҙыраҡ иғтибар бүлде

18 ғинуарҙа Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылында мәҙәниәт һәм ял паркында булды. Уны 2023 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндерә башланылар. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов яңыртылған парктың халыҡты йәлеп итеү урынына әүерелеүен һөйләне. Бында заманса спорт һәм балалар майҙансыҡтары, бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа килде. Бынан тыш, яңы ҡойма һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыусы яҡтыртыу системаһы ҡуйылды. 2024 йылда паркта тротуарҙар һалынасаҡ, сәхнә алдында парковка һәм майҙансыҡ ҡороласаҡ, арт-объекттар һәм видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ. Төбәк етәксеһе яңыртылған йәмәғәт киңлеген ҡараны һәм башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы. – Тәү сиратта беҙ ҡалаларҙа тәртип урынлаштырҙыҡ – Башҡортостандың һәр ҡалаһында тиерлек ҡунаҡ урамдарҙы һәм үҙәк майҙандарҙы төҙөкләндерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Район үҙәктәренә аҙыраҡ иғтибар бүлдек, быны яңынан ҡараясаҡбыҙ. Быйыл Аҡъярҙағы паркта эштәрҙе тамамлайбыҙ. Район үҙәктәре кимәле, стандарттары, төҙөлөш материалдарының сифаты һәм ландшафт ҡарарҙары буйынса ҡалаларыбыҙға яҡынлашырға тейеш. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы 2019-2023 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында дөйөм суммаһы 6,9 миллиард һумлыҡ 683 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән. 2024 йылда 63 муниципаль берәмектә 123 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү күҙалланған. Объекттарҙы тауыш биреү юлы менән йортта йәшәүселәр үҙҙәре һайлай. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.