18 ғинуарҙа Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль мәктәбендә булды. Яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлөшөн 2023 йылдың авгусында “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса тамамланылар. Дөйөм майҙаны 17,3 мең квадрат метрлыҡ мәктәп 550 уҡыусыға иҫәпләнгән. Ул уҡыу корпусын, ашхананы, 275 урынлыҡ ашхананы, 300 урынлыҡ тамашалар залын, 140 урынлыҡ интернатты, башланғыс кластар өсөн корпусты, уҡыу оҫтаханаларын, спорт залдарын һәм саңғы базаһын үҙ эсенә ала. Корпустар лифт менән йыһазландырылған һәм йылы үткәүелдәр менән тоташтырылған. Мәктәп яны биләмәһендә ике мәктәп автобусына иҫәпләнгән йылы гараж, газ ҡаҙанлығы, кер йыуыу бүлмәһе, трансформатор станцияһы һәм башҡа хужалыҡ объекттары урынлашҡан. Радий Хәбиров кабинеттарҙы, спорт залын, ашхананы ҡарап сыҡты, балалар менән аралашты һәм уларға уҡыуҙарында уңыштар теләне. Мәктәп директоры Рөстәм Дәүләтбирҙин 2023/2024 уҡыу йылында бында 530 бала шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Рус, башҡорт һәм инглиз телдәренән тыш, бында ҡытай телен дә өйрәнәләр. Мәктәп ҡарамағындағы интернатта 53 бала йәшәй. Улар өсөн бөтә шарттар булдырылған, биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. – Был мәктәп – беҙҙең полилингваль күп профилле белем биреү учреждениелары селтәрен яҡшы тулыландыра. Уларҙың үҫешен кисә “Туған телдәр сәғәте”ндә тикшерҙек. Полилингваль гимназия - ул, тәү сиратта, яҡшы матди база, көслө программа, талантлы уҡытыусылар һәм интернат. Бында тулы комплект. Уҡытыусыларҙың һәм балаларҙың күҙҙәре янып тора. Бындай мәктәптәрҙә беҙ, асылда, Башҡортостандың киләсәген тәрбиәләйбеҙ. Улар рус, башҡорт, инглиз, хатта ҡытай телдәрен белә. Бик әүҙем спорт әҙерлеге. Даими рәүештә ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашып торалар, – тине Радий Хәбиров. – Иң мөһиме, мәктәпте дөрөҫ урынға урынлаштырҙыҡ. Яҡын тирәлә яңы йорттар арта, ауыл үҫешә. Бында тағы ниндәй объекттар кәрәклеген тикшерербеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.