Республика ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда йөк автомобиле ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә Ырымбур өлкәһе кешеһе һәләк булған. Авария Күгәрсен районында теркәлгән. Билдәле буйынса, 39 йәшлек водитель “Киа Рио” автомобилендә Мораҡ ауылынан Магнитогорск – Ира автомобиль юлына сыҡҡан саҡта “Скания” йөк машинаһына юл бирмәгән, һөҙөмтәлә ике транспорт бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе урындағы дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул шул уҡ көндө кисен алған йәрәхәттәренән вафат булған. Хөрмәтле водителдәр, автомобиль дөрөҫ файҙаланғанда, уңайлы хәрәкәт сараһы булып тора, ә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәгәндә, үлем сәбәпсеһенә әйләнә. Ошо хаҡта онотмаһағыҙ ине! Фото: @bash_gibdd