Байназар егете Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә арналған хоккей ярыштары быйыл һигеҙенсе тапҡыр ойошторолған. Турнир йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалауҙы һәм илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ике мең кеше йәшәгән ҙур ауылдан йыл һайын уйында төрлө йәштәге кешеләр ҡатнаша алһа, быйыл да турнир ауыл йәштәре, студенттар һәм уҡыусылар араһында уҙғарылған. Филүс Мөбәрәк улы, Ватан алдындағы изге бурысын үтәгәндә, бынан егерме дүрт йыл элек, Абхазия-Грузия хәрби бәрелешендә батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн, үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән бүләкләнә. Уның исеме «Хәтер» китабына индерелә. 2005 йылда Байназар урта мәктәбендә Филүс Нурғәлин хөрмәтенә хәтер ташы ҡуйыла һәм исемен йөрөтөүсе класс булдырыла. Ауылдың ағинәйе, батырҙың әсәһе Таңһылыу Нурғәлина, яҡшы уҡыған балалар өсөн ҡаһарман улының премияһын да булдырған. Ә иһә быйылғы йылда ауылдаштары уның хәтер ташын яңыртылып ҡуйған. Әйткәндәй, батырҙың тыуған ауылы – Байназар, быйылғы йылда республиканың “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша һәм бик әүҙем тормош алып бара. Фотолар: Байназар ауыл советының матбуғат хеҙмәтенән.