Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әлфиә инәйгә – 100 йәш!

Әлфиә инәйгә – 100 йәш! "Родник плюс" гәзите хәбәр итеүенсә, Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылында йәшәүсе Әлфиә Рәжәпова 100 йәшен билдәләгән. Ошо уңайҙан йөҙйәшәрҙе ҡотлаусылар күп булған, һәр береһе тыныс ҡартлыҡ теләгән, изге теләктәрен еткергән. Әлфиә Рәжәпова һөйләүенсә, кешеләр шул хәтлем рәхмәтле, бер-береһенә теләктәш һәм ярҙамсыл. Халыҡтың рәхмәте оҙаҡ йәшәүгә килтереүенә һис кенә лә шикләнмәй. Әйткәндәй, Әлфиә инәй ғүмер буйы фельдшер булып эшләгән. Күптәрҙе үлем тырнағынан ҡотҡарып алып ҡалған, бөгөн дә ул уның өй ишеген асып инеүселәрҙе кәңәшенән өҙмәй. Фото: "Родник плюс" гәзите.