Найти в Дзене
Башкортостан 24

«Өфө ваҡыты» 18 январь: Резидә Әминова менән әңгәмә

   «Өфө ваҡыты» 18 январь: Резидә Әминова менән әңгәмә
«Өфө ваҡыты» 18 январь: Резидә Әминова менән әңгәмә

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙна, башҡорт телендәге сығарылышы ҡунағы Башҡортостандың халыҡ артисы Резидә Әминова булды.

Милли эстрадала үҙенең бихисап йырҙары менән танылыу алған артист ошо көндәрҙә үҙенең юбилейын билдәләй.

Тура эфирҙа барған һөйләшеүҙә ижад, сәнғәттән тыш республика мәҙәниәте өсөн яңы закон проектына баһа бирелде. Башҡортостан парламенты хәҙер концерт-тамашаларҙа фонограммаға йырлауҙы сикләү тураһында документ әҙерләй. Резидә Әминова әйтеүенсә, был ҡанун ысын һәм ялған сәнғәт араһында сик ҡуясаҡ. Тамашасылар һорауҙарына яуап биреп, Резидә Рәүеф ҡыҙы тормошо, маҡсаттары тураһында һөйләне.

“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».