18 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғына эш сәфәренә сыҡты. Төбәк етәксеһе Хәйбулла районының социаль, белем биреү һәм инфраструктура объекттарын ҡараясаҡ, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашасаҡ. Журналистар менән аралашҡанда Радий Хәбиров Баймаҡ районындағы хәлгә аңлатма бирҙе. Кисә унда рөхсәт ителмәгән акция һәм күмәк сыуалыштар ойошторорға тырыштылар. – Радий Фәрит улы, һеҙ бөгөн Башҡортостандың Урал аръяғы, Хәйбулла районы буйлап эш сәфәренә сыҡтығыҙ. Кисә Баймаҡта булған ваҡиғалар республика халҡын бик борсой. Урал аръяғындағы был ҡалала ниндәй ваҡиғалар булғанына аңлатма бирегеҙ әле, – тип үтенде унан хәбәрселәр. Был турала Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе һөйләне. – Республика етәксеһе сифатында эшләй башлағандан алып мин экстремизмға һәм хәлде тотороҡһоҙландырырға маташыуҙарға түҙеп тормаясаҡмын тинем. Ошо йылдар буйына бының менән планлы рәүештә шөғөлләндем. Башҡортостан Башлығы булараҡ, минең вәкәләттәрем шундай: республиканы яҡларға, милләт-ара татыулыҡты боҙорға, кешеләрҙе милләте, теле, дине буйынса айырырға тырышыуҙарҙы туҡтатырға тейешмен. Был - минең бурысым. Кисәге хәлгә килгәндә иһә. Суд Фаил Алсыновҡа* (Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде) ауыр хөкөм ҡарары сығарҙы – дүрт йылға дөйөм режимлы колонияға ебәрергә хөкөм итте. Унан алда нимә булды? 2020 йылда “Башҡорт”** (Башҡортостандың Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылды, уның эшмәкәрлеге Рәсәй биләмәһендә тыйылды) ойошмаһын экстремистик ойошма тип таныу эшен башҡарҙыҡ. Шул мәлдә был бик дөрөҫ ҡарар булды, тип иҫәпләйем. Әммә ойошманың ҡайһы бер етәкселәре быны аңламаны һәм йылдар буйына теге йәки был формала яуаплылыҡҡа тарттырылды. Алсынов* тураһында һүҙ йөрөткәндә, ул быға тиклем дә административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ине. Росфинмониторинг хеҙмәтенең ҡарары менән экстремистик йәки террористик эшмәкәрлеккә ҡатнашы булған кешеләр исемлегенә индерелгән. Был - бик етди ғәйепләүҙәр. Изге экоактивист, патриот битлеген кейергә мөмкин, ләкин ысынында иһә хәл бер ҙә улай түгел. Уларҙың бер өлөшө, сит илдә йәшәгән кешеләр төркөмө, асылда, хыянатсы булараҡ, Башҡортостанды Рәсәйҙән бүленергә, бында партизандар һуғышына саҡыра. Был кеше үлтереү өсөн хөкөм ителгән Руслан Ғәббәсов*** та (Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары иҫәбенә индерелгән, Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән). Был - наркотиктар өсөн хөкөм ителгән, ябай көтөүсе битлеген кейгән Фәнзил Әхмәтшин. Бөтә был компания ниндәй хәлдә лә хәлде ҡатмарлаштырырға маташты. Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә бар, әммә уларҙы экстремизм юҫығына күсереүгә юл ҡуймаясаҡбыҙ. Әле “Күмәк сыуалыштар” тигән ауыр статья буйынса эш ҡуҙғатылған. Ул оҙайлы сроклы яза биреүҙе күҙ уңында тота. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был эште бик әүҙем алып бара. Бәлки, ҡайҙалыр беҙҙең, муниципалитеттарҙың, минең шәхси ғәйебем барҙыр, был кешеләрҙең асылын тулыһынса асып еткермәнек тип борсолам. Бының менән әүҙем шөғөлләнәсәкбеҙ. Өндәшмәй ҡалмаясаҡмын. Беҙ был егеттәрҙең ысын йөҙөн күрһәтәсәкбеҙ. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым – изге күңелле активистар, ябай көтөүселәр битлеге аҫтына йәшенергә кәрәкмәй. Ысынында был улай түгел. Республика Башлығы булараҡ, мин уны һәр саҡ яҡлайым. Мин халҡыбыҙға, Баймаҡ халҡына, дөйөм алғанда, йәмғиәтебеҙгә бик рәхмәтлемен. Баймаҡҡа бөтә республиканан, был ҡаланан бер нисә йөҙ кеше килде, ҡараны һәм ҡайтып китте. Йәнә бер тапҡыр билдәләп үтәм, беҙгә үҙебеҙҙең нисек йәшәүебеҙҙе һәм уларҙың ниндәй кешеләр булыуын әүҙемерәк һөйләргә кәрәк. Һәм был эште дауам итәсәкбеҙ. Ошо рәүешле Башҡортостан үҫешә, артабан да алға барасаҡбыҙ. * - Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде. ** - Башҡортостандың Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылды, уның эшмәкәрлеге Рәсәй биләмәһендә тыйылды. *** - Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары иҫәбенә индерелгән, Росфинмониторингтың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Радий Хәбиров: “Республика Башлығы булараҡ, мин уны һәр саҡ яҡлайым”
18 января 202418 янв 2024
3 мин