Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында рентгенология бүлексәһе мөдире булып эшләгән Тимур Шәрипов былтыр көҙҙән алып Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала. Ноябрь уртаһынан алып 17-се бригада составында Красный Лучта табип-рентгенолог сифатында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә. Аҙаҡ ул тағы командировкаһын оҙайта һәм ике медицина бригадаһының етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Тимур Наил улы бала саҡтан уҡ табип булырға хыяллана. Уның атаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, улын бәләкәйҙән медицинаға ылыҡтырып үҫтерә, рентген һүрәттәрен күрһәтеп, һынған урындарҙы асыҡларға өйрәтә. Красный Лучҡа барыр алдынан яҡындары менән кәңәшләшә, уларҙың аңлауына, ярҙамына таянып, сәфәргә сыға. – Ҡатыным да минең менән бер бригадала эшләргә булды. Ул – рентген-лаборант. Бергәләп көнөнә ҡырҡҡа яҡын тикшереү үткәрәбеҙ. Бында ла беҙҙәге кеүек халыҡ йәшәй, прблемалары ла шундай уҡ, сирҙәре лә. Әлбиттә, айырым үҙенсәлеккә эйә ауырыуҙар ҙа осрай. Оҙаҡ йылдар шахтала эшләп, ауыр эш менән бәйле сирҙәргә, патологияларға дусар кешеләр ҙә бар, – ти Тимур Наил улы. – Урындағы табиптар менән кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Эргәбеҙҙә быына тигән асыҡ күңелле кешеләр, яҡшы белгестәр. Беҙ уларҙы өйрәтергә тип килмәнек, ә ярҙам итергә, аҙ булһа ла эштәрен еңеләйтергә тигән уй менән йәшәйбеҙ. Халыҡ оҙаҡ йылдар буйы диспансерлаштырыу үтмәгән, тап ошо йүнәлештә бергәләп эшләйбеҙ. Тәүге командировканы хәҙергеһе менән сағыштырып, шуны әйтә алам: ошо ваҡыт эсендә һиҙелерлек үҙгәрештәр тойола, тиҙлекле интернет эшләй, банкоматтан аҡса алыу мөмкинлеге бар, уңайлыҡтар кәйефте күтәрә. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.