Йөрәк сирҙәре бөтә донъяла күп йылдар буйы үлем осраҡтары араһында тәүге урынды биләй. 2000 йылдан алып йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары ике миллионға артып, туғыҙ миллионға етте. Донъялағы үлем осраҡтарының 16 проценты йөрәк сирҙәренә тура килә. 2019 йылда йөрәк сирлеләрҙең ғүмерен оҙайтыу маҡсатында ҡабул ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, республикаға заманса технологиялар алына башланы. Күмертау дауаханаһында заманса ангиограф ярҙамында ике меңгә яҡын әмәлиәт яһалды. Техника ашығыс рәүештә йөрәк-ҡан тамырҙары патологияларын диагнозларға, инсульт һәм миокард инфаркты осраҡтарында операция яһарға, пациенттарҙың тормош сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. – Яңыраҡ киҫкен ишемик инсультҡа дусар булған пациентҡа церебраль ангиография үткәрелде һәм тромб алып ташланды. Ике сәғәттән һуң ауырыу аңына килеп, һөйләшә лә башланы. Бындай тиҙ реабилитация беҙҙе ныҡ шатландыра, – тине дауахана табибы Наил Усманов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: https://kumertime.info/news/obshchestvo/2024-01-05/v-kumertau-s-pomoschyu-sovremennogo-angiografa-proveli-tysyachi-operatsiy-3591579?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=69913153