“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына бөтә кәрәк-яраҡтары менән ике оптик кольпоскоп алынды. Кольпоскоп гинекологияла ҡулланыу, төрлө сирҙәрҙе асыҡлау өсөн етештерелә. Ҡорамал туҡыма структуралары һүрәттәрен ентекле рәүештә ҙурайтып күрһәтә торған заманса оптика менән йыһазландырылған һәм ул патологияларҙы яҡшы асыҡлауҙы тәьмин итә. Кольпоскопия утыҙ йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙарға скрининг тикшеренеүе үткәреүҙә төп ысул сифатында ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса был ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡлау мәсьәләләренә ҡағыла. –Ҡорамал сифатлы һәм күп функцияларға эйә. Видеокомплекс һүрәттәрҙе экранға сығарырға, видеояҙма алып барырға, кадрҙарҙы туҡтатып тороп, уларҙы артабан ныҡлап өйрәнергә мөмкинлек бирә, – ти ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Винерита Саяпова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға и