"Ғаиләлә атай кешенең абруйы, ҡаты һүҙе булырға тейеш, кәрәк саҡта малайҙарға ҡайыш ҡулланыу ҙа зыян итмәҫ, киреһенсә, мәлендә дөрөҫ йүнәлеш алырға ярҙам ғына булыр. "Атайлы бала арҡалы" тип халыҡ белмәй әйтмәгән. ...Бик һайланмай ғына әле йәшәп ятҡан абзыйығыҙға кейәүгә сыҡтым. Ул - геолог, мин заводта эшләй инем танышҡан ваҡытта. Ғаиләбеҙ усағы ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә дөрләй башланы, артабан коммуналь торлаҡҡа күстек, шунан инде, ҡыҙыбыҙға - ун, улыбыҙға ете йәш тигәндә өс бүлмәле фатирлы булдыҡ. Ул яҡтан тормошобоҙ зарланырлыҡ түгел, бер ваҡытта ла ҡыйыҡһыҙ ҡалманыҡ. Һүҙем икенсе нәмә - атайҙары бар көйөнсә атай тәрбиәһе күрмәгән, атай яҡлауын тоймаған балалар тураһында. Ирем иҫәпһеҙ-һанһыҙ ата-әсә бурысының ни икәнен дә аңламай ғүмерен уҙғарҙы. Уларҙы баҡсаға алып барыу-ҡайтыуҙы ла күрмәне, оҙон-оҙаҡ тойолған мәктәп йылдары ла яңғыҙ иңемә төштө, йыш сирләүҙәре тураһында ла белмәне, быларҙан тыш бихисап йөкләмә-бурыстарҙы нисек йырып сығыуым менән дә ҡыҙыҡһынманы... Эше гел