Бөгөндән беҙҙең конкурста ҡатнашыусылар менән таныштыра башлайбыҙ. Беренсе һылыуҡайыбыҙ - Гөлсинә. Ул Белорет районы Үткәл ауылында йәшәгән Нурсилә һәм Сабир Йомағужиндарҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Әле уға 19 йәш. Әминә өләсәһе Гөлсинә тигән исемде һайлаған. Ул исем “гөл йыйыусы” тигәнде аңлата. Бала саҡтан Гөлсинә зирәк, төрлө яҡтан шәп ҡыҙ булып үҫә. Әсәһе, Нурсилә Фәтих ҡыҙы, Үткәл мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шуға күрә Гөлсинәлә туған теленә айырыуса һөйөү тәрбиәләнә. Төрлө олимпиада, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар һәр ваҡыт яулап тора. Гөлсинәгә иншалар, мәҡәләләр, шиғырҙар яҙырға ла оҡшай. Уҡыуҙан тыш Үткәл мәҙәниәт йортона бейеү, йыр, театр түңәрәктәрендә шөғөлләнеп өлгөрә. Тыуған ауылындағы туғыҙ йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлап, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 10-сы класына уҡырға бара. Унда ла ул үҙен төрлө йүнәлештәр буйынса һынап ҡарай, киләсәккә үҙенә юл яра. Журналистика өлкәһе менән ҡыҙыҡһына башлай. Гимназияның “Интернатым пар-ҡанатым” гәзитенең мөхәррире ролен башҡара. Имтихандарға әҙерләнеүҙән тыш, гимназия тормошонда әүҙем тормош алып бара, шулай уҡ олимпиадаларҙа ҡатнашып тора. 11-се класта Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаттарының береһе була ла. 11-се класты тамамлағандан һуң, тырыш ҡыҙ Өфө фән һәм технологиялар университетының (элекке Башҡорт дәүләт университеты) Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына бюджетҡа уҡырға инә. Журналист булам тигән хыялына бер аҙымға яҡынайып, башҡорт журналистика бүлеген һайлай. Әле ул II курста уҡып йөрөй. Студент йылдары һәр кешенең ғүмерендә иң шәп, күңелле йылдарҙың береһе булып тора. Гөлсинә I курстан алып факультет һәм университет тормошонда гөрләп йәшәй. Билдәле шәхестәр, яҙыусылар менән осрашыуҙар, кисәләр, төрлө ҡыҙыҡлы саралар көн дә тиерлек булып тора. Был ваҡиғалар фәһемле, күңелле үтә. “Студент көҙө”, “Студент яҙы” байрамдарында ла ихлас ҡатнаша. “Студент яҙы-2023” ярышында театр йүнәлеше буйынса төркөмдәштәре менән республика этабында II урын яулайҙар. Факультеттың һәм университеттың рәхмәт хаттары менән бүләкләнеп тора ул. II курста Гөлсинә төркөмөнөң генә түгел, “Шоңҡар” әҙәби-ижад берекмәһенең дә старостаһы итеп һайлана. Баҡһаң, ул ижад, шиғриәт менән дә ҡыҙыҡһына. Илһам булһа, шиғырҙар яҙырға тырыша икән. Йәйге практиканы Гөлсинә “Башҡортостан” гәзитендә үтә. Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр хаҡында, һуңынан студент тормошо, студенттар тураһында мәҡәләләр яҙа. Практика “һә” тигәнсе үтеп тә китә. Тап беҙҙең баҫмала Гөлсинәнең тәүге журналист хеҙмәтенең емештәре донъя күрә. Уның мәҡәләләре әле лә баҫылып тора. Ҡыҙға студент йылдарын яҡтыртыуы нығыраҡ оҡшай. Мәҡәләләре лә шуға бағышланған. Гөлсинә үҙен телевидение өлкәһендә лә һынап ҡарай. “Тамыр” телеканалының “Тау-тау хәбәр” тапшырыуы хәбәрсеһе була. Һуңынан “БЮТ” телеканалында ла эшләп ҡарай. “Мин әле үҙемде эҙләйем. Яҙышырға ла, камераға һөйләргә лә оҡшай. Ниндәй журналист буласағымды әле белмәйем, шуға күрә төрлө ерҙәрҙә йөрөп ҡарайым. Үҙ юлымды эҙләшкән апайҙарға, һөйөклө әсәйемә, яратҡан факультетыма, студенттарҙы ҡеүәтләп торған деканыбыҙ Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллинаға ҙур-ҙур рәхмәттәремде еткерәм!” - тип бүлеште ҡыҙ. Практиканан һуң Гөлсинәгә Ҡара Диңгеҙҙе күреү бәхете тейҙе. Әүҙем студенттарҙы университет ике аҙнаға бушлай йылы яҡтарға ялға ебәрә. Поезд менән барып ҡайтыу мажаралары, сәйәхәт, яхтала йөрөү, Туапсе ҡалаһы буйлап экскурсия, тәбиғәттә ял итеү Гөлсинәнең ғүмерендә тәүгегә була һәм күңелендә мәңгегә уйылып ҡала. Гөлсинә киләсәктә тыуған еренә кәрәкле кеше булғыһы килә. Туған теле-башҡорт теленең үҫешенә үҙенең өлөшөн индерер, тип ышанып, уға уңыштар теләйек. Гөлсинәнең хыялдарының береһе – ул Ер шары буйлап сәйәхәт итеү. Иң тәүҙә Көньяҡ Кореяны күреү. Шул илдең мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына икән. Көньяҡ Кореяның төрлө йырсыларының йырҙарын тыңларға, сериалдарын ҡарарға ярата. Тағы ла Гөлсинәгә тирә-яҡты, тәбиғәтте, берәй күренеште фотоға төшөрөү оҡшай. Уның йәшәү девизы – “Беҙ бер тапҡыр йәшәйбеҙ”! Студент тормошо Гөлсинәгә ныҡ оҡшай. Был уға яңы дуҫтар табырға, үҙ күҙҙәре менән яңы нәмәләрҙе күрергә ярҙам итте. Артабан да яңы үрҙәр, ҡаҙаныштар яуларға уңыштар теләп ҡалабыҙ һәм “Афарин”, тип әйтәбеҙ! Фотолар шәхси архивтан.