Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәр фронттағы иптәштәре янына юлланды

Бөгөн, 18 ғинуарҙа, “Өфө-Арена” спорт комплексы майҙансығында "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙәре ялдан һуң хәрби частарына юлланды. Башҡортостан Башлығының Башҡортостан Республикаһы хәрбиҙәре менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов яугирҙәргә республика Башлығы Радий Хәбировтың теләктәрен еткерҙе һәм “Еңеү беҙҙеке буласаҡ!” тип сығышын тамамланы. Махсус хәрби операцияға юлланған егеттәрҙе оҙатырға туғандары, дуҫтары күп килгән. Яугирҙәр тағы ла тыуған ерҙәренән алыҫ тарафтарға юлланһа ла, яҡшы кәйефтә, сөнки яҡындарын күреп, һағыныуҙарын баҫып, ял иткәндәр. Краснокама районының Ҡуян ауылынан “Базай” позывнойлы яугир Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемендәге батальонда ашнаҡсы булып хеҙмәт итә. – 7 ғинурҙа ялға ҡайттыҡ. Яҡшы ял иттек. Әле барлыҡ иптәштәребеҙ тулы составта яңынан юлға сыға. Бөтәһен дә тыныс булырға саҡырам, барыһы ла яҡшы. Әсәйемә, бер туғаныма ҙур сәләм еткерәм. Бөтәһенә лә именлек теләйем, – тине ул. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан булған яугир “Лука” былтыр июлдән "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында водитель булып хеҙмәт итә. – Яҡшы кәйефтә, юғары хәрби рухта фронттағы иптәштәрем янына юлланам. Контракт төҙөгәнгә тиклем дә водитель булып эшләнем. Мине ҡатыным һәм өс балам көтә, – тине “Лука”. Әбйәлил районының Асҡар ауылынан яугир “Талип” августан полкта взвод командиры булып хеҙмәт итә. Ул өс бала атаһы. “Минең ҡул аҫтымда 29 һалдат. Белемем буйынса иҡтисадсы-юрист булһам да, контракт буйынса хеҙмәт иттем”, – тип уртаҡлашты ул. Мәсетле районынан яугир “Гвоздь” йәйен махсус хәрби операцияға йәй киткән, әле минометсы булып хеҙмәт итә. Ул да яҡшы ял итеүе, ыңғай уйҙар менән юлға сығыуы тураһында һөйләне. Яугирҙәрҙе оҙатыу сараһында Ирекмәндәр батальонын туплау буйынса штаб етәкселеге менән дә аралаштыҡ. – Штабта “Башҡортостан” полкын тупланыҡ. Егеттәр отпускыға ҡайтты, ял итте. Әле улар тағы ла тыуған илебеҙҙе һаҡларға юлланды. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Әлеге ваҡытта ла “Башҡортостан” полкын тулыландырыу дауам итә. Көн һайын шылтыратыуҙар килә, халыҡты ҡабул итәбеҙ. Үҙебеҙҙең егеттәрҙе “Башҡортостан” полкына ебәрергә тырышабыҙ. Беҙгә эләгеү өсөн Өфө ҡалаһының Әй урамы, 63-сө йортта урынлашҡан штабҡа килергә кәрәк. Штаб гуманитар ярҙам туплау менән дә шөғөлләнә. Мәҫәлән, беҙҙең аша Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы ҡатын-ҡыҙҙары 800 дана йылы ойоҡ, Кушнаренко районы халҡы 600 изгелек шәме тапшырҙы. Әле беҙҙең штаб автомобилгә дүрт комплект тәгәрмәс резинаһы, ике дизель менән эшләгән генератор биреп ебәрҙек. Кушнаренко районындағы күп профилле колледж Даян Мурзин исемендәге полкка “УАЗ” автомобиле ебәрҙе. “Ватан һаҡсылары”, хәрби комиссариаттар менән яугирҙәрҙең ғаиләләрендә тыуған, мәҫәлән, балаларҙы эшкә урынлаштырыу, студенттарҙы бюджет урындарға күсереү һәм башҡа мәсьәләләр менән дә шөғөлләнәбеҙ,– тине штаб етәкселеге. Алдағы көндәрҙә лә “Башҡортостан” полкы яугирҙәре ошолай сират буйынса ялға ҡайтасаҡ. Рәмилә Мусина фотолары.