Иглин районында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Иглин ҡул эше оҫтаһы Дилә Тапаҡова дәүләт ярҙамы менән үҙенең тегеү оҫтаханаһын асҡан. Быны ул социаль контракт аша эшләгән. Тәүге осорҙа оҫтабикә бәйләү менән шөғөлләнгән. Үҙенсәлекле эштәренең береһе - туй күлдәге. Райондың бизнес-шәрифе Венера Нуриәхмәтова белдереүенсә, тәүҙә йүнсел райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә теркәлеп, тегергә өйрәнгән һәм яңы һөнәр үҙләштергән. Ул шунда уҡ үҙенең ҡабатланмаҫ стилен таба һәм халҡыбыҙҙың тарихына мөрәжәғәт итеп, уны өйрәнеп, халыҡсан һәм шуның менән бергә заманса кейем тегеүҙе һайлай һәм үҙ итә. Йомшаҡ фланель менән йылы күлдәктәр һәм Иглин эшҡыуарының һырылған фуфайкалары ҙур һорау менән файҙаланған. Баҡһаң, бындай стилдә яҡ