Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йырҙар йәшлекте иҫкә төшөрҙө

Дәртле, йыр-моңға ғашиҡ халыҡ "Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылында. Ығы-зығылы көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынған мәлдәрҙә мәҙәниәт усағында йыйыла улар. Айыҡлыҡты, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән күрше Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Вәзәм, Һаҡмар-Наҙарғол, Ҙур Арыҫланғол, Үрнәк, Урыҫбай ауылдарынан килгән йыр-моң һөйөүселәр менән йәшлек йырҙарын хәтергә төшөрҙө әбештәр. Бәйге рәүешендә барған сара ысын мәғәнәһендә моң байрамына әүерелде. Һағышланып уҙған йылдарға ҡайтты, дәртләнеп йәш саҡтарын иҫкә төшөрҙө йырҙар аша осрашыуға килгән йыр һөйөүсе ағай-апайҙар. Ретро-йырҙар бер ҡасан да онотолмай, йылдар уҙған һайын улар урта быуын вәкилдәре өсөн ҡәҙерле, сөнки улар үткәндәр менән бәйләй бҽҙҙе. Бихисап йырҙарҙың йәштәр араһында ла танылыу табып, заманса һулыш алыуы уларҙың аһәңлеге хаҡында һөйләй. Ретро-йырҙарҙы дәртләнеп башҡарыу йәһәтенән Әбеш урта мәктәбҽ коллҽктивына етеүсе булманы - уларҙа Гран-при, саҡ ҡына ҡалышып ғәлиәхмәттәр беренселекте яуланы. Сара аҙағында Оло Әбҽш ауылы мәҙәниәт йорто фойҽһында "Ритайым" ял кисәһҽ ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар халыҡҡа спиртлҽ эсҽмлҽктәр ҡулланмайынса ла матур итҽп күңҽл асырға, ял итҽргә, буш ваҡытыңды файҙалы итҽп үткәрҽргә мөмкин икәнҽн күрһәттҽ. Халҡыбыҙҙың был онотолоп барған күңҽл асыу йолаһын артабанда дауам итҽргә, күбҽрәк йәштәрҙҽ йәлҽп итҽргә тигән ҡарашҡа килдҽ сараны ойоштороусылар. Фото: "Айыҡ ауыл-23" Оло Әбеш ауылы төркөмөнән.