Кеше яҙмышы - Ватан ғорурлығы
Рәсәй Президенты яҡташыбыҙ, Салауат районыны Мишәгәр ауылы советы биләмәһе етәксеһе Илнара Сафинаға «Служение» Бөтә Рәсәй премияһын тапшырҙы. Рәсәй президенты «Кеше яҙмышы — Ватан ғорурлығы» номинацияһындағы премияны күп балалы әсәгә үҙе тапшырҙы. Салауат районының Мишәгәр ауылы советы биләмәһе башлығы Илнара Сафина “Служение” Бөтә Рәсәй премияһына дәғүә итеүсе 19 мең кандидат араһында иң яҡшыһы тип танылды. Илнара Урал ҡыҙы илебеҙ етәксеһенә һәм ойоштороусыларға хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәй Президенты урындарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәтен белдерҙе. Илнара Урал ҡыҙы Сафина ауыл биләмәһенә 2022 йылдың июленән етәкселек итә. Өс бала әсәһе быға тиклем ауылдың мәктәпкәсә белем биреү учережденияһында эшләгән. Илнара Сафина әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан иренең эшен дауам итә. Мишәгәр ауыл биләмәһе “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урын алып, үҙ биләмәһен үҫтереүгә 18 миллион һум федераль грант отҡайны.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».