Башҡортостанда хәрбиҙәргә аҡсаны түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр раҫланды
Башҡортостан Хөкүмәте хәрбиҙәрҙең айырым ҡатламдарына бер тапҡыр бирелә торған аҡсаны түләүгә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе раҫланы. Документ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Документта 2023 йылдың 10 ноябренән һуң, 2023 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса, Рәсәй Федерацияһының ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән мобилизацияланусылар хаҡында әйтелә. Үҙгәрештәр ошо уҡ осорҙа Башҡортостанда урынлашҡан хәрби комиссариаттар йәки хәрби частар менән контрактҡа ҡул ҡуйғандарға һәм саҡырыу буйынса хеҙмәт итеү урынына контракт буйынса хеҙмәтте һайлағандарға ла ҡағыла.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».