Найти в Дзене
Башкортостан 24

Әсәлек капиталы арта

   Әсәлек капиталы арта
Әсәлек капиталы арта

Әсәлек капиталы арта

Ғаилә йылында Рәсәйҙә беренсе балаға – 630 мең 400, икенсеһенә 833 мең һум күләмендә әсәлек капиталы алырға мөмкин. Был хаҡта Рәсәй хөкүмәтенең телеграм-каналында хәбәр ителә. Индексацияны 2024 йылдың 1 февраленән башҡарыу планлаштырыла. Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса 2022 йылдан әсәлек капиталы йыл һайын инфляцияға ҡарап индексациялана. 2024 йылдың 1 февраленән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме – 43 мең 400 һумға, ә икенсеһенә 57 мең 400 һумға арта. Рәсәйҙә ғаиләләр былтыр әсәлек капиталы аҡсаһын күберәк торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған. Илдә 677 меңдән ашыу ғаилә ошондай мөмкинлектән файҙаланған. Икенсе йүнәлеш – әсәлек капиталынан өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләү. Өсөнсөһө – белем алыу. 2023 йылда 376 мең ата-әсә әсәлек капиталы аҡсаһын ошо маҡсатта тотонған.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».