“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылы мәктәбе нигеҙендә мәктәп лазер тиры асылды. Был мәктәп күптән инде үҙенең спортсылары менән дан тота, бында балаларҙы хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүләләр, Ватанға һөйөү тәрбиәләйҙәр, һәр уҡыусының характерына ышансылы иптәшлек тойғоһо, маҡсаттар ҡуя һәм уларға өлгәшә белеүгә ынтылыш һалалар. "Инициативалы мәктәп бюджетлауы" проекты ярҙамында уҡыу йорто мәктәп лазер тирын асыуға грант алды. Уның барлыҡҡа килеүе башланғыс атыу әҙерлегенә уҡытыуҙы ойошторорға, атыу ҡоралынан атыу күнекмәләрен башҡарыу шарттарын һәм тәртибен, ҡорал менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ бында ГТО нормаларына ярашлы күнекмәләр башҡарыласаҡ. “Бөгөн үҫеп килгән быуындың атыу дәрестәре юҡҡа сыҡты, тирҙар ябылды, ә күпселек уҡыусылар һәм йәштәр винтовканы ҡулда тотоп ҡарау ғына түгел, ғөмүмән, уның нисек икәнен дә белмәй, ә уларға армияла хеҙмәт итергә тура киләсәк бит. Балаларҙы компьютерҙ