Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА тыуған көнөн билдәләй. Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы йәмле Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән. Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова матбуғат тармағында оҙаҡ йылдар эшләй. Әле ул - "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Һүҙ ҙә юҡ, һәр гәзит һанының камил сығыуы урынбаҫарға туранан-тура бәйле. Ошо яуаплы вазифаны үтәүҙән тыш, ҡәләмдәшебеҙҙең гәзиткә мәҡәләләр, сафйтҡа яңылыҡтар ҙа яҙа, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша - ирекмән. Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта барыһы ла ихтирам итә, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Гөлдәр ханым бәхетле ҡатын – иренең төп кәңәшсе-ярҙамсыһы, улы һәм ҡыҙы өсөн ифрат хәстәрлекле әсәй. Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнованы күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ! Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын Йәшәр йылдарыңдың ағышы. Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы. Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан"дар.