Башҡортостанда 2019 йылдан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә төбәктә 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Биш йылда федераль бюджеттан йәлеп ителгән субсидияларҙың дөйөм күләме 6,5 миллиард һум тәшкил иткән. Проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға быға тиклем йәмәғәт фекер алышыуы булышлыҡ итһә, һуңғы өс йылда төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе һайлау буйынса электрон тауыш биреү ойошторола. Йылдан-йыл ҡала мөхите мәсьәләләрен хәл итеүҙә халыҡтың әүҙемлеге арта, ирекмәндәр ярҙам күрһәтә, киң мәғлүмәт кампанияһы алып барыла. 2021 йылда ойошторолған тәүге онлайн-тауыш биреүҙә Башҡортостандан 387 мең кеше, 2022 йылда – 560 меңдән ашыу, 2023 йылда 760 мең кеше ҡатнашҡан. – Ошо йылдар эсендә республика халҡы бик ҙур әүҙемлек күрһәтә. Башҡортостанды федераль кимәлдә ҡатнашыусылар һаны буйынса тауыш биреү лидерҙарының береһе булараҡ билдәләйҙәр. Дөйөм йәлеп итеүсәнлек арҡаһында ғына йөҙҙәрсә йәмәғәт киңлеген