Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан “Әмин” позывнойлы яугир “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Хәрби үҙенең ике атын махсус хәрби операция зонаһына оҙатты. - Аттарым мин хеҙмәт иткән урынға имен-аман барып етте. Улар позицияларҙы урап үтә һәм тауышһыҙ ғына йөк ташый. Барыһы ла беҙҙең балалар өсөн, барыһы ла ил өсөн. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! – тип һөйләне хәрби хеҙмәткәр. "Әмин" уҙған йылдың көҙөндә үҙ ирке менән илде һаҡларға юллана. - Тыуған илде һаҡлау – изге эш. Күп кенә дуҫтарым МХО зонаһында. Һәр ысын ир-ат тыуған илен, ғаиләһен яҡларға тейеш. Атайым яғынан олатайым Бөйөк Ватан һуғышын үткән. Ул кесе лейтенант, атлы взводтың ҡыҙылармеецы, 226-сы уҡсылар дивизияһының 989-сы уҡсылар полкының атлы разведка взводы командиры була. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Әсәй яғынан олатай шулай уҡ ордендар менән бүләкләнгән, 1943 йылда ауыр яраланып ҡайтҡан була. Улар минең өсөн һәр саҡ өлгө булды, – тип уртаҡлашты ул. Яугир Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжында хәрби ашнаҡсылар курсын үтә. Һуңынан ул фронтҡа китә. Әле хәрби хеҙмәткәр Башҡортостанда командировкала. Оло Күл ауылы егете урта мәктәпте тамамлай. Хәрби хеҙмәткә тиклем йөк автомобилдәрендә водитель булып эшләй. Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиҙәр. “Әмин” һәр ваҡыт аттар менән мауыға. Ул төрлө кимәлдәге ярыштарҙа күп тапҡыр еңеүсе һәм призер була. Йыл һайын район һабантуйҙарында ҡатнаша. Уның иҫәбендә 30-ҙан ашыу беренсе урын, призлы урындарының иһә иҫәбе юҡ. Сығанаҡ: vk.com/wall-35237072_70390
Үҙенең ике атын махсус хәрби операция зонаһына оҙатты
18 января 202418 янв 2024
1 мин