Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексы 2023 йылда яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең 13 иленә 98,34 мең кубометр ағас материалы оҙатҡан, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан. Бурса, ылыҫлы һәм япраҡлы ағас тоҡомдарынан йыйылған, эшкәртелгән таҡталар һәм башҡа тауарҙар Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Төркиә, Төркмәнстан, Ҡытай, Вьетнам, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Афғанстан, Үзбәкстан тарафынан һатып алына. 2022 йылда 15 илгә оҙатылған ағас экспорты күләме 124,3 мең кубометр тәшкил иткән. 2021 йылдың ғинуар–ноябрендә Башҡортостан урман сәнәғәтселәре 19 илгә 143,12 мең кубометр һатҡан. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыуға һәм Рәсәй тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Милли проекттар РФ Президенты Владимир путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Автор фотоһы.