Туймазы ҡалаһында йәшәгән Жанна Хәсәнова үҙ эшен асыуға субсидия алды. "Демография" милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам программаһы буйынса эшҡыуар бизнес-план төҙөгән һәм уны конкурс комиссияһына тәҡдим иткән. Проект хупланды, уның авторына 153 мең һум күләмендә субсидия бүленде. Был аҡсаға Жанна Хәсәнова заманса сәнәғәт тегеү машинаһы, манекендар, махсус тегеү колодкалары, пар менән үтекләгес һатып алған, ҡуртымға бина алған һәм яңы кимәлдә эшләй башлаған. Заказдар шул тиклем күп, хатта хәҙер икенсе нөктә асыуға әҙерләнә. 2023 йылдың аҙағында эшҡыуар “Эшҡыуар әсәй” федераль проектында ҡатнашып, унда менеджмент һәм брендлау курстарын үткән, финанс белемлегенә бушлай уҡытыу өсөн грант отҡан. Былар барыһы ла уға тегеү оҫтаханалары селтәрен булдырыу өсөн кәрәк буласаҡ. Жанна Туймазы индустриаль колледжын тамамлаған. Диплом алғас, Чебоксарға китеп, университетта тегеү әйберҙәре технологияһы факультетында уҡый. Заказсылар өсөн кейемдәр уйлап, тегеү оҫтаханаһында эшләй. Кейәүгә сыҡҡандан һуң Туймазыға ҡайта. Бер көндө әхирәте гимнастика һыу инеү кейеме тегеүен һорай. Ул туҡымалар һайлап ала, әҙер кейемде уҡа менән биҙәй. Һөҙөмтәне лайыҡлы баһалайҙар. Уның артынан яңы заказдар килә башлай. "Тормоштағы һәр мауығыу тиерлек үҙ эшеңде асыуға этәргес бирә ала. Быға үҙ миҫалымда инандым", - ти Жанна Хәсәнова. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.