Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бындай ял күптәргә оҡшаясаҡ

Хәйбулла районы хакимиәтендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үтте, унда Аҡъяр ауылында фудкорт менән виртуаль ысынбарлыҡ уйын клубын ойоштороу буйынса проект ҡаралды. Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә. Проекттың инициаторы – ғәмәлдәге эшҡыуар Филүс Сәлишев тантаналы саралар һәм байрамдар үткәреү менән шөғөлләнә. Ул “Йыл эшҡыуары-2022” район конкурсының “Үҙ эшем” номинацияһында еңеү яулаған. Проекттың маҡсаты – клубты ойоштороу өсөн инвестициялар йәлеп итеү. Инвестиция һалыуҙары мәҙәни-ял итеү өлкәһендә сервис сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Уйын клубы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, унда һәр кем үҙенә уңайлы сюжет һәм тематика буйынса уйын һайлай һәм уңайлы ваҡытта тылсымлы виртуаль гейминг донъяһына сума ала. Клуб коллектив уйындар өсөн мөмкинлек бирә, шуға күрә дуҫтар менән онотолмаҫ ял ойошторорға, тыуған көнөн йәки башҡа тантананы ысын мәғәнәһендә ғәҙәти булмаған һәм сағыу итеп билдәләргә мөмкин. Кәңәшмәлә эшҡыуарға проект инициаторы файҙалана алған төрлө дәүләт ярҙамы программаларының шарттары аңлатылды. Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ндә ҡатнашыуға заявканы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/busi йәки (34758) 2-12-35, 2-18-99, 89373203040 телефондары буйынса алдан яҙылырға кәрәк. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.