Былтыр Саҡмағош район дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынған һанлы маммографта ике меңгә яҡын кеше тикшереү үтте. Ә рентгенология бүлексәһенә 2022 йылда урынлаштырылғандан алып унда барлығы 3850 тикшереү башҡарылған. –Ҡырҡ йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография мотлаҡ диагностика һанала.Был процедура һөт биҙҙәре сирҙәрен ваҡытында асыҡлау һәм диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән. Яңы заманса маммограф хәүефһеҙ, һаҡсыл аппарат, һүрәттәре аныҡ, – ти рентген лаборанты Юлия Мамлеева. Уның әйтеүенсә, маммограф һөт биҙҙәренә скрининг һәм диагностика тикшереүҙәренең бөтә төрҙәрен башҡарырға ярҙам итә. Уның ярҙамында туҡыма структураларындағы аҙ ғына үҙгәреште лә асыҡлап була. Аппарат киста, шеш һәм кальцинаттарҙы ваҡытында асыҡлауҙа ҙур ярҙамсы. Маммография һөт биҙе яман шештәрен грамоталы диагностикаларға булыша. Был аппараттарҙың заманса моделдәре бик мәғлүмәтле һәм күп функциялы. Алынған һүрәттәрҙе табип-рентгенолог анализлай һәм һығымта бирә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.