Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көн дә кешеләрҙе юғалтабыҙ...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кискеһен Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылынан төкәтмәле бүрәнә йортта янғын сығыуы тураһында мәғлүмәт килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереүселәр утты һүндергән саҡта карауатта 1939 йылғы ирҙең кәүҙәһен таба. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе хәлде тикшергән. Бер фараз буйынса, ҡоролманың дөрөҫ булмауы йәки мейестең һәм торбаның төҙөк булмауы арҡаһында ут сыҡҡан. Был йорт янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал менән йыһазландырылған, әле уның янғын ваҡытында эшләү-эшләмәүе асыҡлана. Салауат ҡалаһының 28-се коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәтендә 15 ғинуарҙа киске сәғәт 10-дарҙа кирбес баҡса йорто яна. Көслө ел иҫкәнлектән, ут тиҙ арала күрше участкалағы таҡтанан эшләгән беседкаға тарала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында утта һәләк булған кеше табыла, уның шәхесе асыҡлана. 16 ғинуарҙа Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында йорт яна. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр утты һүндергән саҡта 1970 йылғы ҡатындың кәүҙәһен таба. Яңауылда ла бер ҡатлы ағас йорт янған. Бында ла янғын һүндереүселәр йорт хужабикәһенең үле кәүҙәһенә юлыҡҡан. Ҡыҙғаныс, көн дә утта кешеләрҙе юғалтабыҙ... Кем ғәйепле? Фото: mchsrb