Ҡырағай йәнлектәргә ем таратыу
Башҡортостандың тәбиғи парк һәм ҡурсаулыҡтарында ҡырағай йәнлектәргә ем таратыу ойошторола. Инспекторҙар уларҙы һауа торошо ҡырыҫлыҡтарынан араларға теләй. Ҡарлы ямғыр, буран һәм сатлама һыуыҡтар хайуандарға аҙыҡ табыуҙы ҡатмарлаштыра. Саған һәм уҫаҡ миндектәрен инспекторҙар йәйҙән әҙерләп ҡуя. Болан төрҙәренең был яратҡан аҙығы. Ҡабан сусҡалары иһә бесән менән иген ашай. Йәнлектәр өсөн ризыҡты ҡаргиҙәрҙә ташыйҙар – аҙыҡ майҙандары ойошторолған урман төпкөлөнә башҡа төрлө транспортта үтеп булмай. Ә хайуандарҙы аҙнаһына кәмендә ике тапҡыр һыйларға кәрәк. Ем һалыу майҙандары ғына йәнлектәрҙе ҡышын аҙыҡ менән тәьмин итә алмай, әлбиттә. Әммә ҡыштың иң ҡырыҫ мәлдәрен еңеләйтергә ярҙам итә.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».