Найти в Дзене
Башкортостан 24

Башҡалала «Алтын ғүмер» грант проекты үҙ эшен башланы

   Башҡалала «Алтын ғүмер» грант проекты үҙ эшен башланы
Башҡалала «Алтын ғүмер» грант проекты үҙ эшен башланы

Башҡалала «Алтын ғүмер» грант проекты үҙ эшен башланы

Уның сиктәрендә 50 йәшен тултырғандар бергә йыйылып йыр-бейеү, спорт, ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә улар махсус хәрби операцияға ярҙам итеү теләге менән окоп шәмдәре эшләй башлаған. Апайҙар бәйләгән ойоҡбаштар ҙа яугирҙәргә ебәреләсәк. Проекттың әүҙем ағзалары менән Сәлимә Исламова осрашты.Эйе, иретелгән парафинды банкаларға ҡойоуҙың да үҙ тәртибе бар. Был эште Нина Ланскова башлыса үҙе атҡара. Затон биҫтәһендә яңы асылған «Йәдкәр» клубында бәләкәй генә, әммә тулы бер етештереү цехы. Шулай итеп тәүге 3 көндә 100 банка әҙер. Оҫтарған һайын эш тә ырап бара. Бында һәр кемгә эш табыла. Парафинды ваҡлау көс талап итһә, йыуыу өсөн етеҙлек тә кәрәк, ти Шәмсинур апай.Өлкәндәр генә түгел, йәш ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмай. Эмилияның ағаһы хәрби операцияның тәүге көндәренән алып фронтта. Яңылыҡтар уҡымаҫҡа тырышам, ти ҡыҙ әммә ирекмән булараҡ ошондай эштәрҙән ситтә ҡалмай. Бәйләм бәйләү менән өлкән быуын вәкилдәре яҡшы таныш. Уларҙың күҙ нурҙары, ихлас теләктәр менән менән бәйләнгән ойоҡбаштары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн. Гүзәл Журавлеваның тормош иптәше әле яу яланында. Алтын ғүмер клубы ошондай ҡешеләргә лә тормош һынауҙарын еңелерәк үтергә ярҙам итә.Грант ярҙамында ойошторолған «Алтыр ғүмер» проекты Затон һәм Нижегородка биҫтәһендә йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәренә һәм яҡындары МХО-ла йөрөүселәргә әүҙем тормош алып барырға булышлыҡ итә. Йога, шахмат,бейеү, йыр, ҡул эштәре .. йәнең теләгәне бар. Теләк кенә булһын. Етәкселәре Валентинаның улы ла хәрби операцияла. Өлкән быуын кешеләренең көндәлек тормошон матурлып, яуҙағыларға ярҙам итеп йәшәгәндә яҡыныңдың эргәлә булмауы һиҙелмәй кеүек, ти әсә. Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр.Был «Алтын ғүмер» проекты башлаған эштең башы ғына. Ижад, спорт һәм изгелеккә ҡоролған йүнәлешкә теләгән һәр кем ҡушыла ала.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».