Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 90 йыл тулды Рәсәй актеры, режиссеры, Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 90 йыл тулды. Әмир Ғәбделмән улы милли телевидениены һәм киноны үҫтереүгә тос өлөш индергән күп яҡлы шәхестәрҙең береһе. Ул Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән 50-нән ашыу фильм төшөрҙө. Әмир Абдразаҡов – «Башҡортостан» киностудияһын ойоштороусы һәм уның беренсе директоры. 2018 йылда киностудияға уның исеме бирелде. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетын ҡарағыҙ.Был Әмир Абдразаковтың Башҡортостан телевидениеһында күрһәтелгән “Халҡым һағышы” фильмынан кадрҙар. Музыкаль фильмдың үҙенсәлеге- билдәле башҡорт халыҡ йырҙарын экран аша талантлы актерҙар башҡарыуында күрһәтеү.1968 йылда тап ошо фильм менән Әмир Абдразаков үҙен талантлы режиссер булараҡ бөтә илгә таныта. “Халҡым һағышы” тиҙ арала бөтә илдә билдәлелек яулай, фильм хатта Италия кинематографистарында ла ҡыҙыҡһыныу уята. Тәүге фильдарынан уҡ Әмир Ғәбделмән улы артабанғы ижадының төп темаһын билдәләй. Музыкаль фильмдарға һөйөү Ә