Суд экстремист Фаил Алсыновты* Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 282-се статьяһының 1-се өлөшө (“Нәфрәт йәки дошманлыҡ тыуҙырыу, тимәк, кешелек дәрәжәһен түбәнһетеү”) буйынса ғәйепле тип таныны һәм дүрт йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, “Росфинмониторинг” Алсыновты* террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерҙе. “Башҡорт”** ойошмаһын экстремистик ойошма тип танығандан һуң, ул енәйәт, деструктив эшмәкәрлекте дауам иткән, милләт-ара ыҙғыш тыуҙырған, Украинаның ҡораллы көстәренә ярҙам иткән, сит илдә йәшеренгән экстремистар менән берлектә илдең бөтөнлөгөн тарҡатыуға йүнәлтелгән эш алып барған. 2019 йылдан Башҡортостанда йәшерен экстремистик йүнәлештәргә ҡаршы планлы көрәш бара. Мәҫәлән, төбәк Башлығының башланғысы буйынса 2020 йылда Башҡортостандың Юғары суды милли ыҙғышҡа саҡырыуҙары өсөн “Башҡорт”ты** экстремистик ойошма тип таныны һәм уның эшмәкәрлеген тыйҙы. Быға тиклем ойошманы биш йыл дауамында тап Алсынов* етәкләгән. “Расизмға әйләнә яҙған шовинизм идеологияһы яҡлы кешеләр менән юлдарыбыҙ айырыла. Бынан тыш, ошо күренештәргә һәм ошо кешеләргә вәкәләттәрем сиктәрендә аяуһыҙ булырмын”, – тигәйне бынан алда Радий Хәбиров. * - “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистары исемлегенә индерелгән. ** - 2020 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды ҡарары менән “Башҡорт” ойошмаһы экстремистик ойошма тип танылды һәм Рәсәй биләмәһендә уның эшмәкәрлеге тыйылды. Фото: "Башинформ".