Найти тему
Башҡортостан гәзите

Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ!

Һәр Яңы йыл тормошобоҙға үҙгәрештәр килтерә. Мәҫәлән, быйылдан яңы закондар ғәмәлгә инде. Был үҙгәрештәр социаль өлкәгә лә ҡағыла. Йәшәү минимумы Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙан бер кешегә йәшәү минимумы 13753 һум күләмендә. Быға тиклем ул 12650 һум ине. Хеҙмәт йәшендәгеләр өсөн уның күләме – 14991 һум, пенсионерҙарға – 12530 һум, балаларға 13340 һум тәшкил итә. Белеүебеҙсә, йәшәү минимумы күләме гражданды аҙ тәьмин ителгән категорияға индереү өсөн мохтажлыҡты баһалаған саҡта ҡулланыла. Тағы уға социаль түләүҙәр күләме лә бәйле, йәғни йәшәү минимумы күтәрелеү менән балалы мохтаж ғаиләләр өсөн түләүҙәр ҙурлығы ла арта. Эш хаҡы Быйыл ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып, 22 мең 128 һум тәшкил итә. Был сумма, былтырғы менән сағыштырғанда, 18,5 процентҡа күберәк. Рәсәй күрһәткесе иһә 19 мең 242 һум. Мәшғүллек 1 ғинуарҙан Мәшғүллек тураһындағы закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, йыл һайын эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь һәм минималь күләмен индексациялау положениеларын үҙ эсенә ала. Әйткәндәй, законға ярашлы, эшһеҙ кеше – ул мәшғүллек хеҙмәте органында теркәлгән һәм эш эҙләгән, эшкә сығырға әҙер булған кеше. Йыл башынан шулай уҡ эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы 7,5 процентҡа индексациялана. Кемдәргә түләүҙәр ҡаралған? Етемдәрҙең мәшғүллеге тураһындағы федераль законға үҙгәрештәр индерелде. 2024 йылдың 1 ғинуарынан мәшғүллек үҙәгендә эшһеҙ булараҡ теркәлгән, беренсе тапҡыр эш эҙләгән етем балаларға һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларға түләүҙәр ҡарала. Әгәр улар эшһеҙ статусына эйә булған датанан алып алты ай эсендә эш тапһа, ҡалған ярты йылда түләүҙәр – уларҙың эш хаҡы һәм төбәктәге уртаса эш хаҡы айырмаһындағы сумманы алыу хоҡуғына эйә. Әсәлек капиталы Хәҙер әсәлек капиталын бала тыуған мәлгә Рәсәй гражданлығына эйә булған кешеләр генә алырға мөмкин. Улай ғына ла түгел, түләү аласаҡ кеше тыуғанда уҡ Рәсәй гражданы булырға тейеш. Әсәлек капиталын алырға хоҡуҡлы ирҙәр уны тупланма пенсия булдырыуға йүнәлтә ала. Әйткәндәй, балаға бер йәш ярым булғанға тиклем эшкә сыҡҡан ата-әсә ҡыҙын йәки улын ҡарау буйынса пособиены алыуҙы дауам итәсәк. Әгәр ҡыҙығыҙҙы йәки улығыҙҙы тәрбиәләгән осорҙа эшһеҙ ҡалһағыҙ, балалар пособиеһы менән файҙалана алаһығыҙ. Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү Уны ата-әсәнең береһе генә ала. Бының өсөн бала тыуғандан һуң алты айҙан да һуңға ҡалмайынса мөрәжәғәт итеү мөһим. Аҡса ата-әсә эшкә урынлашмаған осраҡта ғына түләнә. 2024 йылдың ғинуарында пособие күләме 26 345,38 һум тәшкил итә. Пособие йыл һайын 1 февралдән индексациялана. Түбән килемле ғаиләләр өсөн берҙәм пособие Йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан артмаған (Башҡортостанда 2024 йылда – 13753 һум) ғаиләләр берҙәм пособие алыу хоҡуғына эйә. Ғаилә мохтажлыҡты комплекслы баһалауҙың башҡа критерийҙары буйынса үтһә генә пособие тәғәйенләнә. Пособие күләме балаға тәғәйенләнгән йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итә. Бер йәш ярымға тиклем бала ҡарау буйынса пособие Уны мохтажлыҡты комплекслы баһалау һөҙөмтәләре буйынса, берҙәм пособие иҫәпләгәндәге критерийҙар буйынса тәғәйенләйҙәр. Комплекслы баһалау түбәндәге осраҡтарҙа башҡарылмай: *йөклөлөк, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск йәки бала ҡарау буйынса отпуск осоронда ойошманы бөтөрөүгә бәйле эштән бушатҡан осраҡта; колледжда йәки юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған осраҡта. * Эшләмәгән граждандар балаға 1,5 йәш тулғансы минималь күләмдә 9880,19 һум пособие ала (йыл һайын 1 февралдән индексациялана). Әммә, предприятиены бөтөрөүгә бәйле әсә кешене эштән бушатһалар, уға уртаса эш хаҡының 40 проценты түләнә, шул уҡ ваҡытта, пособие 19 760,38 һумдан артмаҫҡа тейеш. Был түләүҙәрҙе юллау өсөн Дәүләт хеҙмәттәре, Күп функциялы үҙәк йәки Социаль фондтың клиент хеҙмәте аша ғариза бирергә мөмкин. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.