Башҡортостандан 59 йәшлек һунарсы ир Кәрим улы артынан махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған – улар хәҙер бер подразделениела хеҙмәт итә. Кәримдең дүрт ҡыҙы һәм бер улы бар. 22 йәшлек Ҡазыхан доброволец булып ил именлеге һағына баҫасағы тураһында белдергәс, атаһы улының теләгенә ҡаршы килмәй. RT баҫмаһына биргән интервьюһында ир үҙенең дә ситтә ҡалырға теләмәүе, әммә башта йәше буйынса үтмәүе, артабан үҙ теләге менән ошондай ҡарарға килеүе тураһында һөйләгән. Кәрим үҙенә “Пахан” тигән позывной һайлаған: “Папа Казыхана” тигәнде ҡыҫҡартыу юлы менән ошо һүҙгә туҡталдым, ти ул. “Пахан” МХО уға хәрби һәм рухи ныҡлыҡ биреүе тураһында белдергән, “алғы һыҙыҡта барлыҡ күңелһеҙ уйҙар юҡҡа сыға һәм сирҙәр онотола. Ныҡ ауыр булғанда үҙемде һунарҙамын тип хис итәм, был миңә ныҡлыҡ өҫтәй. Әгәр ошонда бер йәш яугирҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡалһам да, был тормошта үҙ миссиямды үтәнем, тип әйтә аласаҡмын”, - ти Кәрим. Аталы-уллы батыр яугирҙәргә ныҡлыҡ, тыуған төйәктәренә, уларҙы көткән яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Сығанаҡ: RT