Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күп балалы әсә нисә йәштә пенсияға сыға ала?

Күп балалы әсәнең пенсияға сығыу йәше балалар һанына бәйле. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса идалалығы белгестәре хәбәр итеүенсә, ҡатын өс бала тапһа һәм тәрбиәләһә, ваҡытынан алда 57 йәшендә пенсияға сығырға хоҡуҡлы. Әсәнең дүрт балаһы булһа, 56 йәштә мөмкин. Биш һәм унан күберәк балаһы булған кеше пенсияны 50 йәштән рәсмиләштерә ала. *Тик шуныһы: үрҙә һанап үтелгән бөтә категорияларға пенсия тәғәйенләү өсөн мотлаҡ шарт бар: ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү йәки уллыҡҡа алыуҙы юҡҡа сығарыу осрағы булырға тейеш түгел. *Ваҡытынан алда страховка пенсияһы билдәләүҙе һорап мөрәжәғәт иткән мәлгә ғаиләләге бөтә балаларға һигеҙ йәш тулған булырға тейеш. *Күп балалы әсәнең пенсияға сығыу өсөн кәм тигәндә 15 йыл страховка стажы булыуы мөһим. Социаль һәм пенсия тәьминәте мәсьәләләре буйынса консультация алыу өсөн берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны 8 (800) 1-00000-1 аша белешмәләр алырға мөмкин. Фото Айрат Нурмөхәмәтовтың архивынан.