Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әсәлек капиталы арта

Ғаилә йылында Рәсәй ғаиләләре тәүге балаға 630,4 мең һум күләмендәге әсәлек капиталына иҫәп тота ала. Икенсе бала өсөн уның күләме 833 мең һумға етәсәк, тип хәбәр итә Рәсәй Хөкүмәтенең телеграм-каналы. Индексация 2024 йылдың 1 февралендә үткәреләсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүге сабыйы тыуғанда түләү алғандарға икенсе бала өсөн 202, 6 мең һум күләмендә өҫтәмә түләнә. “Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса 2022 йылдан әсәлек капиталы йыл һайын ғәмәлдәге инфляция кимәленә индексациялана. Шуны иҫәпкә алып, 2024 йылдың 1 февраленән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме 43,4 мең һумға артасаҡ, ә икенсе балаға – 57,4 мең һумға”, – тигән аңлатма биргән Рәсәй хеҙмәт министры Антон Котяков. Уның әйтеүенсә, 2023 йылда әсәлек капиталы средстволарын тотоноуҙың иң популяр йүнәлеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыу иҫәпләнгән. Был мөмкинлектән 677 мең ғаилә файҙаланған. Әсәлек капиталын файҙаланыуҙың икенсе киң таралған йүнәлеше – өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ түләүҙәр. Өсөнсө популяр йүнәлеш – белем алыуға файҙаланыу. Былтыр был маҡсатҡа әсәлек капиталын 376 мең ата-әсә тотонған. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.