Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампуста яңы оҫтахана эш башлай

Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусында киберфизика инновациялары оҫтаханаһы асыласаҡ. Ул 2023 йылдың аҙағында төҙөлөп бөткән кампустың IQ-паркының 15-се ҡатында урынлашасаҡ. “Берлога” оҫтаханаһына бер нисә эш зонаһы – пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу, программалау һәм файҙаланыу өсөн майҙансыҡ, файҙалы уйындар әҙерләү лабораторияһы һәм киберфизика оҫтаханаһы инә. - Заманса киңлек мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн асыҡ, шулай уҡ республика педагогтарының квалификацияһын күтәреү өсөн файҙаланыласаҡ. Бөгөн юғары класлы инженерҙарҙың һәм квалификациялы эшселәрҙең етешмәүе технологик суверенитетҡа күсеү шарттарында төп саҡырыуҙарҙың береһе булып тора һәм «Берлога» милли киберфизика платформаһы тап ошо проблеманы хәл итеүгә йүнәлеш тота, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йылдам профессиональ әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова. Дөйөм алғанда, милли киберфизик платформаға таянып, Башҡортостанда киберспортты әүҙем үҫтерергә ниәтләйҙәр. Республика буйынса балалар өсөн 90-дан ашыу технологик түңәрәк асылды, остаздар махсус әҙерлек үтте, яңы белем биреү программалары әҙерләнде һәм эшләй башланы. Көҙгөһөн Өфөлә «Берлога» ҙур технологик фестивале үтте, унда меңдән ашыу уҡыусы һәм остаз ҡатнашты. «Берлога» проекты командаһы менән берлектә ойошторолған кампустың киберфизика инновациялары оҫтаханаһы технологик йүнәлешле йәштәрҙе – ил иҡтисадын үҫтереү өсөн яңы ҡарарҙар ҡабул итергә әҙер булған Башҡортостандың буласаҡ технологик лидерҙары быуынын йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ. Белешмә өсөн: Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм концессия килешеүҙәрен ҡулланып, инновациялы белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә алып барыла. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru