Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Баш ҡала уҡытыусыларының конкурсы башланды

Бөгөн, 16 ғинуарҙа, Өфөлә "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы" һәм "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" конкурстарына старт бирелде. Ошо айҡанлы ойошторолған тантаналы сара М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтте. Иң тәүҙә бәйгелә ҡатнашыусылар уҡыу йортоноң күптән түгел ремонт үткәрелеп, яңы төҫ алған, яңы эш шарттарына эйә булған корпусы менән танышты. Конкурста ҡатнашҡан педагогтарға баш ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева сәләмләү һүҙен еткереп, уңыштар теләне. Шулай уҡ баһалама рәйестәре лә изге теләктәрен еткерҙе. - Йыл һайын "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" конкурсында һәләтле, үҙ эшен ихлас яратҡан уҡытыусылар ҡатнашып килә. Быйылғы бәйге лә сәмле, ҡыҙыҡлы булыр, уҡытыусылар үҙ-ара аралашып, бай тәжрибә туплар, тип ышанам. Ҡала шарттарында әсә теленә һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле уҡытыусыларының хеҙмәте айырыуса ҙур маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ, - тип билдәләне "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" конкурсының жюри рәйесе, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова. Быйылғы бәйгеләрҙә 69 уҡытыусы ҡатнаша, шулар араһынан һигеҙ уҡытыусы – башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ике уҡытыусы татар теле һәм әҙәбиәте буйынса оҫталығын һынай. Конкурстың төп ойоштороусыларының береһе булған Өфө ҡалаһы ҡала округының Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәге директоры Лилиә Аҡбулатова белдереүенсә, быйыл бәйгегә бер ни тиклем үҙгәрештәр, яңы этаптар өҫтәлгән. Мәҫәлән, финалға сыҡҡан уҡытыусылар билдәле шәхестәр әҙерләгән һорауҙарға яуап бирәсәк. Бәйгегә сыҡҡан уҡытыусыларҙың барыһына ла уңыштар, лайыҡлы сығыштар һәм йондоҙло сәғәттәр теләйбеҙ! Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.